Башҡорт ҡыҙы моңо

 

Башҡорт ҡыҙы моңо күңелемдә,

Онотманым уны  бөгөн  дә...

«Беҙҙең  ауыл Европаны

Азияға ҡауыштырған.

Ауылды тик көмөш йылға

Ҡап уртаға ярып уҙған.

Һинең  өйөң — Европала,

Мин йәшәйем — Азияла,

Һин,  бөркөтөм,  талманыңмы

Оса-оса ике арала?

 

Ҡулыңдағы ҡуш толомом —

Бөгөн генә һин һөргән ер.

Кис килмәһәм, мине ҡайһы

Ҡитғанан, әйт, эҙләр инең?

Осҡон сәскән ҡараштарың —

Уралымдың саҡма ташы.

Оҙатып ҡуй мине, әйҙә,

Ҡитғаларҙың сиге аша...

 

Һоҡланамын ауылымдың

Мәңге йәшәр яҙмышына —

Бер туғандай Европаны

Азияға ҡауыштырған.

Юҡ, бөгөн дә оҙат мине

Сик бағанаһына тиклем.

Сикте үтеү түгел бер ни,

Тик  әлегә...  Булһын  бикле!».

 

...Башҡорт ҡыҙы моңо  күңелдә,

Онотмамын уны ғүмергә.