Башҡорт ҡоролтайына

Сәсәндәр ораны донъяны ураһын,
Ҡурайҙар тупланыу көйҙәрен уйнаһын,
Ҡоролтай турында бар ғаләм тыңлаһын,
Башҡортта азатлыҡ тойғоһо уянһын!

Ҡоролтай – ҡоро дау, лаф ороу булмаһын,
Конгресс – ҡаңғырыш, ҡан ҡойош булмаһын,
Башҡортта боронғо олпатлыҡ уянһын,
Ғорурлыҡ, үҙаллыҡ тойғоһо тулаһын!

Был быуат ҡояшы байыуға барғанда,
Низағтар хәл итеш атышҡа ҡалғанда,
Күп милләт яҙмышын ҡулына алғанда,
Башҡортом ымһынып ҡалмаҫ ул ялғанға.

Ҡоролтай – гел байрам, уйын-йыр түгел дә,
Тормоштар шәплектән уйнаҡлау түгел дә,
Был йыйын – иреккә һыуһаған күңелдәр,
Ул – халҡым өмөтө сыраҡһыҙ төнөндә.

Ут йотҡан, яу кискән, бөлөнгән башҡортом,
Тарҡалған күстәрҙе туплаған Баш ҡортом,
Ҡоролтай саҡыра: ҡайтып бер баш ор, тип,
Ҡурсалар атайсал – Уралың, Баш йортоң.

Сәсәндәр ораны донъяны ураһын,
Ҡурайҙар тупланыу көйҙәрен уйнаһын,
Ҡоролтай саң ҡаға – бар ғаләм тыңлаһын,
Башҡортта берҙәмлек тойғоһо уянһын!

1995.