Башҡайыңа һалып...

Ниңә, әсәй, бөтә ауыр йөктө
Башҡайыңа һалып күтәрҙең?
Юлға сыҡһаң,
Йөктө башыңа һалып,
Аптырата инең күптәрҙе.
Башҡайыңа ниҙәр һалманың һин:
Көҙ байлығы: сейә, балан да,
Башаҡ, картуф, он да...
Күпме ризыҡ
Башҡайыңда ҡайтты яландан...

Һиндә, ахыры, шәреҡ ҡыҙҙарының
Ыҙан-холҡо, сыҙам булмышы.
Һин ташының, гүйә, башҡайыңда
Беҙ алтауҙың өлөш-яҙмышын.

Һәм сыҙаның – алдың бөтә йөктө.
Уйламаның башың һаҡларға...
Бөгөн беҙҙең баштар сатнап китә
Тормош йөгө төшкән саҡтарҙа.

Заманыма ҡәһәр! –
Ауырлыҡтар
Аҡтарылып өҫкә ауғанда...
Башыңа йөк һалып һин килгәндә,
Мин донъяға ҡабат тыуғандай!..