Баш күтәр

 

Урамда бер кеше ята,

Кәкерәйеп,  ҡапланып.

Уны урап үтеүемде

Мин үҙемсә  аҡланым:

«Йүнле нәмә эскәнме ни,

Шампунь, лосьон эскәндер,

Араҡыға хәле етмәй,

Арзанлыға күскәндер.

Ул төкөрҙө Указыңа,

Бисәһенә, антына...

 Ҡайтып етмәй, төштәр күрә,

 Асфальт йәйеп  аҫтына...»

 

Уға икенсе бер тауыш

Булды ҡаршы төшөргә:

«Кеше хәҙер  ахмаҡмы ни

Теләп ағыу эсергә?..

Бәлки, ул ғазаплы йәндер,

Ауыр сирҙә тотҡондор,

Ана, бөгәрләнеп ята —

Йә йөрәге тотҡандыр.

Ир уртаһы,  бәлки, инде

Үҙ ояһын ҡорғандыр;

Хафаланып, ҡатынҡайы

Зарығып  көтә  торғандыр.

Ул да әҙәм — ут-заманда

Ни хәлгә  тарымаҫмы?

Нервыларың ҡаҡшамаҫмы,

Йөрәгең арымаҫмы?..

Ҡайҙа барма —

әхләкһеҙлек

Йөҙ йыртыу йә аҡырыу...

Эләкмәһен айнытҡысҡа,

Кәрәк ярҙам саҡырыу...»

 

«— Ниндәй ярҙам әшәкегә!?

Хәтһеҙ ярҙам итәбеҙ,

Артыҡ рәхимле булабыҙ,

Миһырбанлыҡ күрһәтәбеҙ,

Шулай ярҙан этәбеҙ!..

Һуҡмаҫ күҫәк күтәрер, ти,

Ай-һай нисек үтәрһең,

Урам тулы эскән-дүнгән,

Нисек йыйып бөтөрһөң?!

Юҡтан ғына сысҡандан — фил

Яһайбыҙ шул йыш ҡына.

Сүп йыйырға ҡалабыҙҙа

Барҙыр һинән башҡа ла...»

 

«— Ул сүп түгел!..

Ил нығырмы,

Һәр кем боҫһа ҡыуаҡҡа?»

— «Эргәһендә тора бирһәң,

Тарттырырҙар яуапҡа!»

«— Ул да кеше...»

«— Түгел, сусҡа!..»

«—  Әйттем: сирле бер бәндә.»

«—  Сирле булһа, йөрөмәһен,

Ятһын йылы өйөндә...»

 

Төрлө яҡҡа тартҡылаған

Уйҙарҙан аҙап китәм...

Ахыр, әйттем ипһеҙ генә:

— Әйҙә, иптәш, баш күтәр!..

 

Күтәрмәне иптәш башын,

Ҡалды тәүге хәлендә.

Мин ғәйепле кеше һымаҡ,

Аҡланыуым әҙерҙә:

«Минән бурыс төштө —

әйттем...

Ҡырын тейәгән йөгөн...

Ә иҫеректәр урамда

Аунайҙармы бер бөгөн?..

Милиция – ер йөҙө…”

 

Эскә һыймай ғәрлек үртәй,

Бер көйрәй ҙә, бер төтәй.

Ярашмаҫлыҡ ике ҡараш

Береһен-береһе тетә...

«— Эй һармаҡ һин, эй бер ҡатлы!..

Нимә тинең? — «Баш күтәр!»

Һәр йолҡошто ҡалҡытырға

Дарман етмәҫ, иҫ китәр.

Торор ине, әгәр әйтһәң:

— Әйҙә йөҙ грамм күтәр!

Унда ла инәлтер әле,

Йөҙ грамм ғына етмәҫ...

 

«Баш күтәр!» —

Ул — ятҡанға ла,

Төбәлгән үҙемә лә!..

Беҙҙәге таш бәғерлеккә,

Барса битарафлыҡҡа ла,

Илдең түҙеменә лә!..