Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Әхиәр Хәкимгә.
Һауаларҙа,
киреп ҡанаттарын,
Мәғрур бөркөт ерҙе күҙәтә.
Ул эҙләмәй ерҙән ҡорбан, табыш,
Донъя фанилығын киҫәтә.
Һәм абайлай: көмөш ҡылғандарҙың
Башын эйгән хәтәр елдәрҙе,
Ат тояҡҡайҙары иҙеп үткән
Ғүмерҙәре зая гөлдәрҙе...
Күҙ алдында кеүек:
Заятүләк
Һыуһылыуын тотҡан тамаша...
Ил күҙ йәшен быуат-быуат йыйған
Асылыкүлдән күҙҙәр ҡамаша...
Саңҡый бөркөт,
кинәт ишеткәндә
Дала үңеренән һарҡылып,
Шәреҡ шаны һеңгән думбыраның
Һарһылып та сыҡҡан зар-моңон.
Саңҡый бөркөт!
Шыйлай ҡанаттары,
Балҡантауҙар тора тыңланып,
Асылыкүлдәр,
Ҡандракулдәр тертләй,
Бөркөт саңҡыуынан шомланып.
Ярһытамы уны думбыра сыңы,
Солғай микән әллә һағышҡа —
Күккә һыймай,
үрләй,
үрһәләнә,
Ҡаурыйҙарын өтөп ҡояшҡа.
Оса бөркөт,
Ерҙең хыял, ғәмен
Һәм ғәйрәтен үҙенә йыйғандай..
Ә думбыра — ерҙә,
Ир ҡулында,
Шаңдауҙары иңрәй йыһанда...
1999.