Балерина

(шаярыу)

Аяҡ менән тамаҡ туйҙыра, тип,
Әйтәләр йыш уның турында.
Хаҡмы, юҡмы — улар шәхсиәте
Яраҡлашҡан шуға борондан.

Әммә балерина —
Кейек түгел,
Көс төшһә лә һомғол аяҡҡа.
Ул бит башта
Йөрәк менән бейей,
Аяғында бейей аҙаҡтан.