(Петро Ребронан)
Советтар Союзы Геройы генерал-
майор Таһир Кусимовҡа
Тик бер генә күрһәң Кусимовты,
Белерһең – ул ниндәй баһадир:
Атлағанда ер уйылып ҡалыр,
Алпамыша үҙе баҫа, тир.
Бөркөт ҡарашында ҡояш уйнай,
Уҡталғанда ярһып алыҫҡа.
Күҙҙәр һәр саҡ ҡыҫыҡ йөрөр уның –
Булған өсөн йәштән алышта.
Елдән етеҙ, бөркөттән дә сая –
Дошман уға күпме ау ҡорҙо?!
Алмас ҡылыс,
Алмасыуар толпар
Алып сыҡты алғыр яугирҙы.
Күккә ашҡан Урал үркәстәре
Папахаға бик тә оҡшаған.
Олпат һынлы генералға баҡһаң –
Урал тауы иҫтә һаҡлана.
Тиңләр нәмә бармы
Иле йәнен
Ҡурсалаған батыр янында?!
Ғәййәрлеге алыҫ Салауаттың
Ҡайнай Кусимовтың ҡанында...