Ай янында яҡты йондоҙ...

Ай янында яҡты йондоҙ —
Һинең янда мин микән?
Гел бергә булғанда ғына,
Иркәм, һөйөрһөң микән?

Бөгөн күрәм:
Ай алҡаһы
Йондоҙҙан бейегерәк.
Һин дә, иркәм, бөгөн миңә
Ҡараның көйөбөрәк.

Донъя шулай ҡаршылыҡлы –
Бер ялҡын да бер һалҡын...
Бейектә бөгөн ай балҡый,
Иртәгә — йондоҙ ҡалҡыр