Ауырлыҡтар баҫып килә йәнемде...

Ауырлыҡтар баҫып килә йәнемде,
Ҡара дауыл шашып иҙә тәнемде.
Был ҡазанан ниҙәр генә ҡылайым,
Башым тотоп ҡайҙа ғына ҡолайым?

Ҡолау менән табылырмы әмәле,
Һурып булыр микән ҡомдан кәмәне,
Баҫылырмы йөрәктәге һағыныу,
Баш булырмы изгелеккә табыныу?..