Ауыл төтөнө

Ауыл төтөнө

 

Ауылдашым

Айытбай Танһыҡбаевҡа

 

Мөрхәтһенмәй, күпме усаҡтарҙы,

Һағынып ҡайтам ауыл төтөнөн.

Әсәм яҡҡан усаҡ ялҡынының

Ипкендәре биткә һирпелһен дә

Ҡуҙҙарынан ҡулым өтөлһөн.

 

Мейесендә ҡалҡып икмәк бешкән,

Тәгәрләгән картуф, өтөлөп,

Бөтә төтөндәрҙән тәмле миңә

Тыуған йорттоң әсе төтөнө.

 

Нимә генә яҡмағандыр әсәй

Үҙ ғүмерендә

Ауыл өйөндә:

Ҡамыш, сағыр, ағас, тал да яҡты,

Ҡуҙ һаҡланы эҫе көлөндә.

 

Ниҙәр генә яҡһа ла әсәйем,

Усағында уты дөрләне.

Ауыл ыңғайына,

Өмөт тейәп,

Мөрйәбеҙҙән төтөн үрләне.

 

Ут һүнмәне йортта,

Ҡот китмәне,

Йылы ине саман өйҙә лә.

Йән биргәнгә йүнен биргән хоҙай,

Йәне булған — яйын көйләгән.

 

Ут тупланы беҙҙе бер тирәгә,

Сере менән тартты үҙенә.

Бер күҙ менән беҙ әсәйгә баҡтыҡ,

Бер күҙ менән — уттың күҙенә.

 

Ут алдында тынып ҡала инек,

Илаһи көс унан күскәнме

Беҙҙең йәнгә, —

Хәтәр замананың

Ут-һыуҙарын йотоп үҫкәнбеҙ...

 

***

Мәле менән ут та төрлө булды,

Ҡарап ҡаҙандағы ризыҡҡа:

Һөт йылыймы,

Эркет ҡайнаймы унда

Йәки бешә һалма, тултырма...

 

Эй замандар булған!

Онотмаҫлыҡ —

Әсәй иҫләй хәҙер көрһөнөп:

Ҡаҙанында бары һыу ҡайнатҡан,

Төтөн сыҡһын өсөн мөрйәнән.

 

Тәғәм ризыҡ һыҙмай ултырһа ла

Кеше утһыҙ, юҡ, көн итмәгән.

Ут — ҡот!

Бөтһә утын бөткән,

Өмөткәйе янып бөтмәгән.

 

Мөрйәһенән төтөн сыҡҡан өсөн

Түләткәндәр яһаҡ башҡорттан.

Түләмәһә, уны ҡоллоҡ көткән,

Баш эймәһә, киҫкән, аҫҡандар.

 

Төтөн сыға икән,—

Тимәк, муллыҡ,

Йәшәү уты дөрләй яңынан,

Ут дөрләтеп башҡорт һөңгө сүкей,

Башаҡлы уҡ яһай янына.

 

Кешеләрҙең, имен ут көйрәтеп,

Хөр йәшәргә тигән өмөтөн

Күпме баҫҡын

Нисә быуат буйы

Юҡ итергә килгән кәмһетеп...

 

Яҡташтарым ярлы, бай ҙа булған,

Иллә зарлы байғош булмаған.

Өҫтө — йыртыҡ, күңеле бөтөн булған,

Йыр-моңонан иллә туймаған.

 

Малай саҡта беҙ ҙә ҡамғаҡ ҡыуҙыҡ,

Тик елғыуар булып үҫмәнек:

Иҫ ингәндән, билде биштән быуып,

Усаҡтарға утын өҫтәнек .

 

***

Бәғзе берәү әле бөгөн булһа

Ҡаршы төшә, йәне тетелеп.

Бөтөрөргә итә ауыл көйөн,

Һүндерергә итә төтөнөн:

 

“Даланан да күптән киттек бит, ти,

Боронғоно ергә күмдек, ти,

Нимәгә ул беҙгә иҫке нигеҙ,

Яңыһына тамам күндек, ти .

 

Ауылдан беҙ, шөкөр, ҡотолдоҡ, ти,

Бөтөнләйгә килдек ҡалаға...”

Ә онота үҙе — кендегенең

Йәбешкәнен шул уҡ далаға.

 

Юҡ , кендеге уның йәбешмәгән,

Кендеге бит күптән өҙөлгән.

Ҡаҙалған ул бары һөлөк кеүек

Бүтән хәстәрләгән әҙергә ...

 

Һытылып сыҡҡан күҙ алмаһы һымаҡ,

Өңөрәйеште өйҙәр тәҙрәһе,

Ер тетрәгән кеүек ил ҡыйраны,

Емерелде ауыл йәҙрәһеҙ.

 

Туҙҙырыуы анһат ояларҙы,

Төҙөүҙәре түгел еңелдән.

Ҡабат ҡайтыу тағы ауырыраҡ,

Бишегеңдән бер саҡ төңөлгәс...

 

Шул ташландыҡ ергә ҡаҡтың ҡаҙыҡ, —

Тәүге өмөт шунда тыуғайны.

Татлы булды барлыҡ эсемлектән

Үҙең ҡаҙған ҡоҙоҡ һыуҡайы.

 

Бабаларҙың күсмә тормош хәлен

Тирмә ҡороп йәшәп татының.

Йыш уятты һине йоҡоларҙан

Баш осоңда йондоҙ атылып.

 

Ошо ҡырыҫ дала менән һиндә

Туған булыу хисе уянды...

Өйөң мөрйәһенән сыҡҡан тәүге

Төтөнөнә нисек ҡыуандың!

 

Инде ерҙә һинең утың яна,

Күтәрелә күкһел төтөнө.

Беҙ яғабыҙ усаҡ —

Әсәйҙәрҙең

Йөрәктәре бөткән өтөлөп.

 

Бел һин:

Улар ғүмерендә күпме

Усаҡ емерелгән, ут һүнгән.

Тоҡандырырға тип, күпме толдар

Көл тырнаған, тере ҡуҙ эҙләп...

 

***

Ниндәй матур сыға күк төтөндәр

Сасҡау мәлдә ҡышҡы айҙарҙа:

Аҡ далала,

Йәнле маяҡ булып,

Күренеп тора әллә ҡайҙарҙан.

 

Теләһәң һин тыуған төйәгеңдә

Танһыҡ бер һөйөнөс көтөүен,

Өй башынан йомарт ҡулын болғар

Ауыл төҫө — күкһел төтөнө.

 

Хәҙер бына

Тыуған усаҡтарҙың

Күҙебеҙҙә яна ялҡыны,

Күренмәйме ауыл төтөнө, тип,

Эйәремдә киләм ҡалҡынып.

 

Ауыл тере! —

Ана ҡаршыбыҙҙа

Һыҙылып сыҡты күкһел төтөнө,

Ут алырға ҡайттым йөрәгемә,

Яҡташтарым, һеҙҙән үтенеп...

 

1990