Асылыу

Был тормошта дуҫ түгелдәр барға
Бөтә алмайым әле күнегеп.
Бына шуға йәнем әрнеп яна,
Ҡай берәүҙән күңел һүрелеп...
Ҡурҡмайым мин хата яһағанға,
Хата алмаҫ йәнем-һушымды.
Бер йыйында
Дуҫтар араһында
Көнсөл барлығына бошондом.

Хаталарҙан һабаҡ алып була,
Яңылыштарҙы була төҙәтеп.
«Дуҫмын» тигән күптәр араһынан
Дуҫ түгелде алыу күҙәтеп —
Ай-һай, ауыр
Ҡапыл ғына фашлау
Тыштан ялтыр,
Эстән һатлыҡты.
Маңлайына уның яҙылмаған:
Ҡаршымы ул,
Һинең яҡлымы?

Иң ҡыйыны:
Уны танып булмай,
Битлек кейгән,
Ҡараш — төңөлгән.
Әммә байҡай һәр бер аҙымыңды,
Һәр һүҙеңде бикләй күңелгә.
Һәм еткерә:
Берҙе — бишәү итеп,
Булмағанды — күрҙем, булды, тип.
Шымсылығы өсөн хаҡ алмайҙыр,
Ә ҡыуана:
«Ну, ҡанына тоҙҙо һалдым!..» — тип.

Хаталарым өсөн үкенмәйем,
Ялғыштарҙан булыр арынып.
Дуҫ тигәндәр араһында аҙаҡ
Асыҡланһа дошман барлығы, —
Иң яманы — ана шуныһы.
Белеп булмай — дуҫтың ҡайһыһы?
Был тормошта дуҫ түгелдәр барға
Йәшәрмендер ҡасан күнегеп?..
«Дуҫ» тигәндәр өсөн
Көндән көнгә
Ҡырыҫлана
Һәм бикләнә бара күңелем.