Аслыҡ иғлан итеүселәргә

1992 йылдың апрелендә башҡалабыҙҙың Салауат

Юлаев һәйкәле янында бер төр­көм йәштәр аслыҡ

иғлан итеп ятты.

 

Йоҡоһон, тамағын туйҙырып,

Һәр кеше эшенә ашыға,

Белмәйме, күрмәйме, һиҙмәйме —

Майҙанда егеттәр асыға!

 

Мин беләм бының ни икәнен:

Һуғыштан һуңғы ас йылдарҙа

Күпме зат шешенеп йән бирҙе,

Ҡырылған шикелле яуҙарҙа.

 

Йәштәргә лә янай был афәт,

Төбәлгән иреккә юлдары,

Хаҡ ҡорбан  булырға әҙерҙәр

Халҡымдың иң батыр улдары...

 

Ә төнөн ҡоторған эт кеүек

Ташланды уларға ҡара көс,

Ҡара төн шаршауы аҫтында

Кәфендәр һөйрәне ҡара үс.

 

Ҡара көс ниәте:

Йәштәрҙең

Һабағын уҡытыу, өйрәтеү.

Хафалы майҙанда йәштәргә

Салауат бирҙе үҙ ғәйрәтен!

 

Бөркөттәр ояһы туҙҙы тип,

Хаиндар ус ыуып һөйөнә.

Уларға егеттәр ҡурҡыныс

Ас көйө, бер хәлһеҙ көйө лә!

 

Ҡара көс!

Аждаһа шикелле

Һеҙҙең дә икеме башығыҙ? —

Астарҙың асыуы яман, ти,

Асыуға теймәгеҙ шашынып.

 

Егеттәр артында — Бар халҡым! -

Йөрәккә өҫтәргә  ут-ялҡын,

Бер ҡасан көрәштән баш тартып

Тормаған ирекйән башҡортом.

 

Рухташым!

Уянғас, онотма

Ас ятыр егеттәр барлығын,

Онотма —

Беҙҙең был заманда

Астарға майҙандар тарлығын!..