Артыш һәм ҡылған

Тыуған ерҙең ҡот-биҙәге —
Артыш һәм ҡылған.
Береһе — тауҙар,
Береһе дала
Һут-наҙын йыйған.
Бөгөн иһә еңел генә
Табылмаҫ артыш...
Күпме ҡырһалар ҙа, артыш,
Йәшәргә тартыш!

Ер ҡалҡаны әрһеҙ ҡылған
Ҡайҙарҙа ҡалған?
Кемгә ниндәй генә зыян
Ҡылдың һин, ҡылған?..

Мәңге йәшел артыш ята
Ҡәбер өҫтөндә...
Ап-аҡ ҡылған тулҡынлана
Бары төшөмдә...