Һаҡ ҡына бармаҡтар
Нур буйлап йүгерә.
Саҡ ҡына ҡағылһа,
Моң-нурҙар түгелә.
Аҡ ҡына беләктәр
Тулҡынды тирбәтә.
Тулҡындар сыңлауы
Күңелде иҙрәтә.
Һин һипкән яҡтынан
Йөрәгем — нур тулы,
Һин сирткән арфаның
Булһамсы бер ҡылы —
Өҙөлөп сыңлаған,
Һөйөлгән нур ҡылы...