Аратау

Урал төпкөлөндә ауыл,
Эргәлә – Иҙел шауы.
Үтешләй бер турист әйткән:
“Ҡояш төшмәгән ауыл”.

Үркәс-үркәс тауҙар баҫҡан
Ҡояшты ҡаплап – хаҡ һүҙ.
Сая йөрәкле таулыға
Урман – ҡолаҡ,
Ҡая – күҙ.

Баҫлыҡтырыр тауҙар ҡыҫҡан,
Ауыл шуға – Аратау.
“Ҡояшһыҙ” Аратау буйы
Туристарҙы ҡарата.

Бында сатлама һыуыҡта
Көмөш ҡарандар аға;
Ҡаяла бөркөттәр саңҡый,
Ҡоралай тояҡ ҡаға.

Ил тәнендә һулҡ-һулҡ типкән
Ҡан тамыры – Иҙелем.
Уның аша Аратауҙа
Бар ил тора һиҙелеп…

Урал төпкөлөндә ауыл,
Эргәлә – Иҙел шауы.
Кемдер ауылды атаған:
“Ҡояш төшмәгән ауыл”.

Беләм, аратауҙарға аҙ
Күктәге ҡояш ҡына –
Улар бит яҙмыш ҡояшын
Үҙ ҡулдарында ҡоя.