Ап-аҡ ҡайындарҙың илауҙарын

Күҙ алдына килтер:
Бер көн килеп
Тороп ҡала ошо матурлыҡ!
Оҙайтырға беҙҙең татыулыҡты
Табырға һуң ниндәй батырлыҡ?

Ап-аҡ ҡайындарҙан айырып алып,
Илтеп һаласаҡтар ҡәбергә.
Ҡаласаҡтар кемгә ҡайындарым,
Тарыясаҡ ниндәй йәбергә?

Ниңә ғүмер шулай ҡоролған ул?-
Әжәл миңә ҡарап баш ҡаға.
Күп алдыммы ни мин матурлыҡты,
Әҙ ҡаламы минән башҡаға?

Ваз кисмәйем микән матурлыҡтан,
Бер сәскә, бер үлән өҙмәйем.
Тик һоҡланмай нисек йәшәйем дә
Йырламайса нисек түҙәйем?!

Беләм: мәле еткәс яҡындарым
Ғәзиз ергә мине илтерҙе.
Әммә илауҙарын ҡайындарҙың
Күҙ алдына килмәй килтергем...
1997.