Алтынтау

Гәрәй Рәхмәтов, Хәким Көсөкбаев, Юлай Байғусҡаров ҡустыларға.

 

Хәтерем тәҙрәһен ҡаға

«Алтынтау» уйнаған саҡ,

«Алтынтау» батшаһы булып,

«Алтын»ға туймаған саҡ.

 

Байтаҡ булды

Малайҙарҙы

Уңлы-һуллы һелтәгән,

«Алтынтау» батшаһы булып,

Атланыуҙар елкәгә...

 

Һағындыра

Ҡустыларҙың

Салғыйҙан тартҡандары,

Ҡабындыра

Төймә йолҡоп,

Ең өҙөп ҡайтҡандарым...

 

«Алтынтау»ҙар иреп аҡты,

Беҙҙе лә тормош ҡаҡты.

«Батшалыҡ»ты тартып алып,

Донъя үҙ йөгөн таҡты...

 

Бөгөн «Алтынтау» башына

Баҫҡан теге малайҙар;

Һырып алған малайҙарға

Улар инде — ағайҙар.

 

Уларҙы һин «Алтынтау»ҙан

Бәреп төшөрөп ҡара! —

Тырпырап барып ятырһың, :

Унан — тешеңде һана...

 

— Ағай, хәлең нисек? — тиҙәр,

Уйға ҡалмай ни сара?

«Алтынтау»ға менер алда

Был бит хәтәр ишара!

 

Улар бөгөн тормоштоң да

«Алтынтау» түрҙәрендә.

— Ҡустылар! Онотмағыҙсы

Кем һабаҡ биргәнен дә...