Алтынсәс

Арғы ярҙа ғына ҡалҡҡан
Ҡояшҡа ҡаршы йөҙәм.
Тулҡындарҙың сатраш-сатраш
Көмөш ауҙарын өҙәм.
Ҡояш — Алтын сәсле һылыу,
Ултыра ярҙа ғына,
Арбай, ҡәһәр, инсаф һыны
Ҡойолған нурҙан ғына.
Малай саҡтан
Мине шул һын
Саҡыра арғы ярға.
Кемдәр генә ғүмер буйы
Шул утҡа ынтылмаған?!
Йөҙгән һайын яҡыныраҡ,
Саҡыра ярһыбыраҡ,
Тапҡандарым зарурыраҡ,
Йәшәүҙәр ҡыҙығыраҡ...
Инде аҡыл да бар кеүек,
Аҡты-ҡараны һиҙәм...
Әммә, Алтынсәсте ҡыуып,
Даръяла тағы йөҙәм.