Алмағастың туй күлдәге

 

(шәлкем)

 

Ҡәҙерләп, бер генә төп ағас

Булһа ла ултыртһаң ереңә,

Тыуған ер әжерен ҡайтарыр

Бер ваҡыт түгелгән тиреңә.

 

Ағасың ҡот бирер кешегә,

Йәм бирер, йән өрөр далаңа,

Һин иткән изгелек ишәйер —

Тамырын ебәреп балаңа.

 

***

 

Һәр кемгә фарыздыр төшөнөү:

Ер  — берәү бөтәбеҙ өсөн дә,

Иҫ киткес бушлыҡта яңғыҙы

Бәүелгән бер бишек төҫөндә.

 

Әгәр ҙә ҡурҡыныс янаһа

Йыһандан — билдәһеҙ тарафтан,

Ерҙәштәр тупланыр көс табыр,

Онотоп үҙ-ара талашты.

 

***

Ҡара төндә яҡты хыял

Уяна уйҙарымда,—

Ап-аҡ эҙ булып һуҙылыр

Ғүмерем юлдарында.

 

Яҡты көндә ҡара уйҙар

Йөрөтһә бәғзе бәндә,

Ҡара эҙ булып уйылыр

Ғәзиз ерем тәнендә.

 

***

Йөрәк булған өсөн йөрәк инде,

Һәр һаҡһыҙ һүҙ килеп ҡаҙала.

Һиҙгер булмаһа ул тоймаҫ ине,

Һәр сәнсеүҙән генә туҙмаҫ ине

Ғүмер тигән ҡыҫҡа арала.

 

Йөрәк булған өсөн: «Һай-й, йөрәкле!» -

Тигән даны ерҙә тарала.

Ғүмерле йыр кеүек эҙе ҡала

Ғүмер тигән ҡыҫҡа арала.

 

***

Ғүмер — гел дә хата төҙәтеүме, —

Өлгөрә алмай беҙҙе өйрәтеп,

Бер ыҙаһын уҙып киттем, тиһәң,

Икенсеһе сыға һөйрәлеп?

 

Уйлағанса сәсеп, урып булмай,

Гөл дә булмай гел шау сәскәлә...

Бөтәһе лә уйлағанса булһа,

Һин бит уйнар инең... сәхнәлә.

 

***

 Юғалтыуҙар...

 Күпме юғалтыуҙар

Торған мине алда һағалап.

 Уйҙа йөрөп әрәм булған әҫәр —

Тыумай үлеп ҡалған балалай.

 

Юғалтыуҙан тыуған үкенеүҙәр.

Юҡтыр уның һаны-иҫәбе.

Бер файҙаһы:

Улар юлға баҫҡан

Яңы юғалтыуҙан киҫәтеп.

 

***

Һинең йөрәк йылың миңә —

Мәңге тере ҡуҙ алдымда.

Шул йылыңдан китә алмам,

Шуға мин гел күҙ алдыңда.

 

Ҡарашыңдан таҙарамын —

Ҡубып төшә бар ялғандар...

О, мөхәббәт!

Мин бит көслө

Һинән йылы, наҙ алғанға.

 

***

Эй, гонаһлы донъя!..

Эй, һин донъя!

Гонаһҡа юл һаман ҡуяһың,

Ғүмер буйы уны ҡылаһың да

Ҡасан ғына уны йыуырһың?..

 

Эй, гонаһлы донъя!..

Эй, һин донъя!

Ҡасан ҡайтырһыңдыр тәүбәңә?

Ымһындырып һаман саҡыраһың,

Хас холоҡһоҙ ҡыҙ һин — әүмәкәй…

 

***

«Ғәфү итәлмайым шул холҡоңдо!..» -

тинең әле әрнеп, үпкәләп,

 был донъяға беҙ мәңгегә килгән,

әйтерһең дә, беҙгә күп кәрәк.

 

«Ғәфү итәлмайым шул холҡоңдо...» -

ҡолағымда сыңлай шул һүҙең,

шул бер баһаң мине үлтергәндәй,

 шул һүҙеңдән миңә юҡ түҙем.

 

***

«Бөтәһенә һин ғәйепле», — тиһең,

 Әрнеткән дә, мине гөрләткән,

Йөрәгемә бөтмәҫ яра һалған,

 Һөйөү ялҡынында дөрләткән...»

 

Бөтәһенә мин ғәйепле икән,

Көтәм инде хөкөм-язаны.

Хөкөм ит һуң,

Бөтә әрнеүҙәрең,

Яраларың бөтөр, ризамы?

 

***

Хушлашҡанда:

 «Бәхет теләйем!» — тип,

Теләмә һин бәхет, теләмә.

 Ҡояшһыҙ көн йылы бирмәгәндәй,

 Һинһеҙ бәхет миңә нимәгә?..

 

«Бәхет теләйем!» — тип, оҙатма һин,

Бәхетте беҙ бергә табайыҡ,

Йондоҙ булып ерҙә янайыҡ та,

Тамсы булып гүргә тамайыҡ...

 

***

Ә мин һинән яҡты бер һүҙ көттөм:

Ғүмеремде шуға бирерлек,

Ай нурынан моңло юл үрерлек,

Йондоҙҙарҙан шиғыр тирерлек...

 

Мине иһә бер хәтәр һүҙ өттө:

Хыял ҡанаттарын киҫерлек,

Алдарыма кәртәләр үҫерлек,

Гөл көйҙөргөс елдәр иҫерлек...

 

***

Хәлем ауыр, хәлем шәптән түгел,

Ҡыҫыр көйөктәрҙән күшектем,

Күк толпарым күптән бикле тора,

Ярып сыға алмаҫ ишекте.

 

Ығы-зығыларҙан баҙап ҡалдым,

Бөгөн йөрәк түгел көрәшсе.

Был хәлеңдә яттан ярҙам көтмә,

Бер кем түгел һиңә кәңәшсе...

 

***

Күңелеңә дауа булалманым,

Йылы бирәлманым ғүмергә.

Усаҡ көлөн күпме ҡуҙғатһаң да

Йылы килмәҫ һүнгән күмерҙән.

 

Йөрәктәребеҙҙең утлы ҡуҙын

Кәрәк булған һаҡлай белергә.

Онотмаған кеүек

Тере ҡуҙҙы

Кистән йылы көлгә күмергә.

 

***

Күҙ йәшемде бөттөң алып,

Ҡара күҙҙәрем ҡоп-ҡоро,

Йөрәккенәм илай бары,

Ялҡындары бара ҡурып.

 

Алтындан да ҡиммәтерәк

Хаҡҡынаһын түләһәңсе,

Мин бит күпте һорамайым —

Күҙ йәш кенә теләһәңсе...

 

***

Төн уртаһы. Мине йоҡо алманы.

Йөрәгемде һағыш уты ялманы.

Тышҡа сыҡтым —түҙер әмәл ҡалманы,

Йәнем әрней — һыуға манып алмалы.

 

Төндөң, баҡһаң, ғәжәйеп бер сере бар,

Ул асыҡлай: кем йоҡламай — сире бар,

Йәки, ана, йәшлегеңә кире бар —

Ул йоҡоһоҙ бәхетленең йәре бар.

 

***

Йондоҙҙар шул тиклем түбән –

Туҡтап сер бүлешәһе!

Табышҡан йән дуҫтар һымаҡ

Ҡыҫышып күрешәһе...

 

Йондоҙҙар шундай яҡындар! –

Күҙ йоммай мине көтә...

Йондоҙҙай ҡарашың, иркәм,

Өтә үтәнән үтә!..

 

***

Дәүмәлдәр түгел тиңләрлек:

Һин — йондоҙ,

Ә мин — туҙан.

Һинең күҙгә лә эленмәй

Эргәңдән осоп уҙам...

 

Эйе, инде күптән бөткән

Донъя, ер яратылып.

Тик йондоҙ ҙа аҙаҡ һүнә

Туҙанға тарҡатылып...

 

***

Яҙғы төндөң сихри тауыштарын

Күпме тыңланым мин йәш саҡта!

Ҡар һыуҙары, ҡыҙҙар көлөүе лә

Бары сыңлай хәҙер ҡолаҡта.

 

Ярҙа — ҡыҙҙар,

Һыу өҫтөндә — боҙҙар,

Ә боҙҙарҙа аға усаҡтар...

Яҙғы төндөң сихри тауыштары

Ағып китте микән шул саҡта?..

 

***

Ҡарт алмағас шау сәскәлә, -

Ҡалдым хуш еҫ эсендә.

Алмағастың яҙ кейеме

Туй күлдәге төҫөндә.

 

Иртән күрәм: унда, гүйә

Тол ҡатындар күңеле —

Сәскәләрен ҡырау һуҡҡас,

Өнһөҙ үкһей түгелеп...