Алма
Ҡалала
урамда алма һаталар.
Атайҙар, балалар алма алалар.
Балалар,
ҡыҙығып,
ҡып-ҡыҙыл алманы
Ус төбөн тултырып,
баҙлатып һалалар...
Еребеҙ — һут йыйған,
өлгөргән алмалай,—
Кешенең ҡулында булмышы,
яҙмышы.
Бушатыу мөмкинме ҡулдарҙы,
талһа ла?!
Булырға мөмкинме һаҡһыҙлыҡ,
яңылышлыҡ?!