«Аллохол»

Бер көн килеп, яҙһаң ҡарыуҙарҙан,
Дәрт өҫтәргә кем һуң ялланһын?
Инде көнөң ҡалғас дарыуҙарға,
Доктор яҙып китте «Аллохол».

Тапҡандар бит әле исемен дә—
Ҡөҙрәт йомған кеүек — «Аллохол».
Сирле унан көтә мөғжизәләр,
Табынғандай сергә, аллаға.

Хәлдән тайғас ҡына кеше бары
Төшөрә шул иҫкә аллаһын.
Ә «аллаһы» —
Ҡолаҡ һала, имеш, —
Дауаларын һона—«Аллохол!»

Әммә тәненә йән инеү менән
Онота ул йәнә «аллаһын».
Ә тәүбәһе көтә
Уның бер көн
«Аллохол»ды иҫкә алаһын... ...

…Етәр, дуҫҡай,
Күтәр башҡайыңды,
Тылсымдарҙан өмөтөң яҙмаһын.
Баҡсасынан башҡа
Кем ғәйепле,
Ҡорт ашаһа һап-һау алманы?...