Алдаштырма, тормош...

Алдаштырма, тормош,
Һаташтырма, хыял,
Буйҙар етмәҫ бейеклектәр менән,
Миңә көфөр гүзәлдәрең менән,
Ышанмайым ҡабат,
Нәфселәрҙе тыям.
Донъя — алдыҡ икән,
Торғаны бер ялған,
Әҙәм йәшәй бары өмөт менән,
Үткән бәхет, тыуыр көнө менән;
Ялған — мең ҡаяулы,
Юҡтыр еңә алған...