Аҡмулланың шиғри шишмәһе

Сыңлай шишмә, һуғылып аҡ таштарға,
Көмөш сыңы алыҫ тарала.
Ер ҡуйынын тишеп урғый аҡ нур,
Шул сыңдарҙан йырҙар ярала.

Йыр ул - шишмә ише, үҙ юлында
Ниндәй генә ғазап кисмәне?!
Башҡорт йөрәгенән бәреп сыҡҡан
Аҡмулланың шиғри шишмәһе!

Сыңлай шишмә. Тыңлай уны донъя.
Йырлай күңел, тулай шатлыҡтан.
Тынмай ағыр шишмә, сафлыҡ ташыр,
Аҡмулланан алған аҡлыҡтан.

Аҡмулланың шиғри шишмәләре
Мең-мең күңелдәрҙе һуғара,
Сарсауҙарҙы баҫып, ярһып, ташып,
Рухыбыҙҙы сөйә юғары.

Сыңлай шишмә, сорнай ерҙе моңға.
Тынмаҫ, шиңмәҫ изге аҡлыҡта.
Нурланайыҡ, пакланайыҡ тағы
Аҡмулланан мираҫ хаҡлыҡҡа.

Уралымда - рухи шишмә башы,
Урал тупрағынан һут ала.
Аҡмулланың ҡотло шишмәһе лә
Башҡорт йөрәгенән ут ала.

Тел шишмәһе илдә мәңге шиңмәҫ,
Дауылдарҙы күпме үткәрҙе.
Ынйыларҙан шағир йәдкәр ҡойҙо,
Һәйкәл итеп халҡы күтәрҙе.

Аҡмулланы күреп әүлиәләй,
Йыш бағырбыҙ уға әйләнеп.
Моң өҙөлмәҫ шиғыр шишмәһендә,
Юл өҙөлмәҫ шағир һәйкәленә,
Йөрәктәргә йөрәк бәйләнеп…