Аҡлыҡ донъяһы

 

Ҡаршы алып Яңы йыл таңдарын,

Донъя тағы аҡҡа төрөнгән.

Ул аҡлыҡта — йәшәү тантанаһы,

Азат хеҙмәт тормош түрендә.

Аҡ ҡайындар, ҡағып сулпыларын,

Әйлән-бәйлән төштө бейергә.

Ҡара-ҡаршы баҫҡан йәш нараттар

Таянып уҡ алған бөйөргә...

Ерҙең аҡлыҡ, сафлыҡ тамашаһын

Үтәм тағы ҡурсып, һоҡланып:

«Эй  тәбиғәт! Олпат  күркәмлегең,

Ярһыу йылдар алға елгәндә лә,

Күңелдәрҙә барһын һаҡланып...»