Аккумулятор

Аккумуляторҙың бөткән көсө,
Ҡабыҙа ла алмай моторҙы.
Көсөргәнеп эшләп алһыҙ-ялһыҙ,
Ҡышҡа ингәс, тамам “ултырҙы”...

Аккумуляторҙай,
Йөрәк туҙҙы,
Ҡаршы бара-бара дауылға.
Миңәләлер инде ялға ваҡыт,
Ҡайтып ятыр кәрәк ауылда.

Аккумулятор дуҫ!
Ғәйеп итмә,
Алыштырам һине яңыға.
Минең генә иҫке, туҙған йөрәк
Үҙем менән ҡала тағы ла.

Ваҡыт етер:
Минең йөрәгем дә
Килеп ятыр һинең яныңа,
Беҙҙең хәлдәр шунда тигеҙләнер,
Тик һин торма мине танымай...