Аҡ ялан

Аҡ яланым! Һиндә күпме быуын

Тормош башлап киткән иң тәүләп?!

Атай менән әсәй, һине нурлап,

Бары бәхет иккән икәүләп...

 

Әсәй инде яңғыҙ

Аҡ яландан

Көрттәр ярып, боҙло һыу кисеп

Уҙған саҡта, гүйә, ишетә тауыш:

«Сығалманым яуҙан...Һин нисек?..»

 

Аҡ яланым!  Мин дә, һине йәмләп,

Бәхет игәм... Күрәм көҙҙәрен:

Әсәйемдең алтын  көлтәләрен,

Атайымдың урғыс эҙҙәрен...