Аҡ тирмә

Два чувства дивно близки нам-

В них обретает сердце пищу –

Любовь к родному пепелищу,

Любовь к отеческим гробам.

 

А.С.Пушкин.

Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле,

Бар Ватанға тора күренеп.

Яҡты моңға,

Наҙ-һағышҡа тулы

Аҡ тирмәле халҡым күңеле.

 

Мең ғазаплы халҡым,

Күпме ялҡын

Йөрәгеңде өтөп ҡупҡанда,

Аҡ тирмәңде, аманатың итеп,

Һаҡлағанһың, ҡалҡып ҡалҡандай!

 

Хандарынан, тархан, баҫҡаҡтарҙан

Көн иткәнһең күпме иҙелеп!

Әммә ергә һеңгән күҙ йәше, ҡандан

Шытып сыҡҡан бер мәл игелек.

 

Күтәргәнһең ерҙә аҡ тирмәңде –

Өмөтөңдө - ҡорап йөҙ йөйҙән.

Йөрәк майың һыҙып яҡтыртҡанһың

Юлдарыңды ҡара төндәрҙә.

 

Аҡ кейеҙҙән булған өсөн генә

Әйтмәгәндәр бит аҡ тирмә тип,

Биләү итеп башҡорт аҡ күңелен,

Хаҡ яҙмышын тапҡан тирбәтеп...

 

Күккә ашҡан мәғрур күк Уралдан

Алған башҡорт сая ғорурлыҡ,

Быуат-быуат яуға күтәрелгән

Даулап ирек, яҡлап хозурлыҡ.

 

Уралына тамыр йәйгәнгә лә

Йәшәмәгән халҡым төңөлөп,

Аҡ тирмәне күргән хыялында

Һәм бағлаған уға өмөтөн.

 

Урал батыр кейгән еләнкәйҙең

Сабыуына баҫҡан аҡыҡтай

Баҙрап ята бөгөн ауылдарым,

Тәҙрә асып иман-хаҡлыҡҡа...

 

Аҡ тирмә – ул беҙгә дәүернамә,

Күңелдәрҙе нурлар аҡ китап.

Намыҫына кер ҡунмаған халыҡ

Тарихына бирер хаҡ хисап.

 

Аҡ тирмә — ул һинең яҡты донъяң,

Замандашым, һинең күңелең.

Китмәһен ул

Байлыҡ-һаҙға батып,

Битарафлыҡ менән күмелеп!

 

Усағыңда ҡайсаҡ утың һүнһә,

Хафаларға ҡалып: “Аһ!” — тимә.

Тоҡаныр ул утың —

Күңелеңдә

Гел ҡороулы торһа аҡ тирмә.

 

Шуғалыр ҙа

Эй елкенә күңел

Ваҡыт ҡыҫымдарын еңергә:

Мәңгелек сер,

Моң бишеге булған

Аҡ тирмәне асып инергә...

 

***

Мин инергә тейеш аҡ тирмәнең

Ишек тотҡалары уҡалы.

Тотҡаһына килеп тотоноуҙан

Йөрәккенәм китә тоҡанып!

 

Аҡ тирмәгә инер алдарынан

Баштарымда күпме уй ҡайнай:

Батырҙар ҙа изге маҡсаттарға

Ирешкәндәр тоғро юл һайлап.

 

Икеләнеп, ҡаушап, тулҡынланып,

Ишек тотҡаһына ҡул һалам:

Сәсәндәр ҙә халҡы күңеленә

Күпме михнәт үтеп, нур һалған?!

 

Әкиәттәге серле һандыҡ һымаҡ,

Алдарымда тора — аҡ тирмә.

Шул тирмәлә Намыҫ, ғәҙел үлсәп,

Бар ҡылғандарыма хаҡ бирә.

 

Уңырмынмы унда, туңырмынмы? -

Билдәһеҙлек...

Баттым шау тиргә.

Әммә алға үтер юл бер генә —

Сират күперендәй — аҡ тирмә.

 

Ни булһа ла булыр:

Асып инәм,

Үкенермен тағы һуңлаһам.

Өндәшмәҫтәр ҙә ул инмәй китһәм,

Кисермәҫтәр, әгәр уңмаһам...

 

Арбаһына ҡырын ятып ҡына

Берәү килә туғай юлынан.

Яңғырап та китә туғай буйы

Юлаусының һуҙған йырынан:

 

“Таналыҡҡай буйы бигерәк йәмле

Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә.

Эээййй...

Ҡайҙа ғына барһаң, дуҫ-иш кәрәк,

Ҡаршы сығып атың бәйләргә …”

 

Юлаусы дуҫ,

Күрәм — теләгең хаҡ,

Күңелең аҡ көйҙәр көйләргә.

Тик... эйәһе юҡ шул ауылымдың

Ҡаршы сығып атың бәйләргә.

 

Һинең алда ант итәмен

Ергә

Утлы иренемде тигеҙеп:

Туҡтап, ғибрәт алсы —

Онотмаҫҡа

Ата-бабаларҙың нигеҙен...

 

***

Башҡортостан — аҡ тирмәләр иле.

Бер тирмәһе уның — ауылым.

Күҙ алдыма килһә Таңатарым,

Сорнап ала хистәр дауылы.

 

Тыуған ауыл!

Инде һинең исемең

Паспортымда ҡалды йәшәргә;

Йәнә: биографик белешмәлә —

Килер яңы быуын йәштәргә.

 

Имен йылдарҙа ла шаурап ятып,

Юҡҡа сыға икән ауылдар,

Ҡалған кеүек афәт ҡойононда,

Һеперелгән кеүек дауылда...

 

Хәҙер таңатарҙар — ауылдаштар —

Йәшәп ята Яңы Һәргәйҙә.

Һағыштары баштан ашҡанда ла

Улар тыштан һис сер бирмәйҙәр.

 

Харабалар ғына ҡалды хәҙер

Бер мәл гөрләп торған ауылдан.

Маршрутта, карталарҙа булмаҫ,

Тырышһаң да уны табырға...

 

Халыҡ китте. Ауыл бөттө. Бары

Тороп ҡалды иҫке зыярат.

Унда, гүйә, кешенең ер менән

Һуңғы бәйләнеше, тамыры.

 

Ғәжәп түгел, бәғзе берәү уны

Үткәндер ҙә бәлки ҡыялап;

Ә асылда урап үтеп булмай:

Һуңғы барыр йорт бит — зыярат.

 

Ауыл зыяраты!

Минең дә бит

Килгәнем юҡ ине яныңа.

Сәйерһенмә,зинһар,

Уйламаным,

Торорһоң тип мине танымай.

 

Байтаҡ ваҡыт, ахыры, яҡташтарым

Асмағандар емерек ҡапҡаңды.

Онотҡанһыңдыр ҙа һуңғы сәскә

Ҡәберлектә ҡасан ятҡанды...

 

Инмәҫтәр шул —

Кешеләр бит китте

Ерҙе ташлап,

Ташлап һине лә.

Ҡасан береһе тәгәрәп донъя ҡуя -

Шунда алалар һине иҫенә.

 

Улар китте. Эйе, зыяратты

Алып китеп булмай күсереп.

Әммә рухын ата-бабаларҙың

Ул бит тора иҫкә төшөрөп.

 

Ғәзиз төйәк!

Тереләрең күсте —

Сит ерҙәрҙә донъя ҡуялар.

Әммә тағы

Көнө бөткәндәрҙе

Алып килеп һиңә ҡуялар.

 

Шунан торабыҙ ҙа

(Ғәжәп инде!)

Бер-беребеҙгә әйткән булабыҙ:

“Туған тупраҡ тартып алды уны,

Бишегенә килеп ҡоланы...”

 

Онотабыҙ ерҙе,

Уйламайбыҙ —

Һуңғы таңың ҡайҙа атырҙы.

 

 

Шәйләмәйбеҙ —

Бер саҡ шул тупраҡтың

Ҡуйынына инеп ятырҙы...

 

Зыяратҡа килеп сыҡтым әле,

Эҙләгәнде, бәлки, табырмын:

Ошондамы

кешенең ер менән

Һуңғы бәйләнеше, тамыры?..

 

Мин түгелме

Ерҙән киткәндәрҙең

Тере тамыры һәм дауамы?..

Башым баҫып, ер түшенә яттым,

Һорауҙарҙың эҙләп яуабын...

 

***

Етмеш йәшлек ил инәһе —

Әсәм ҡарғай Таңатарҙы:

“Бөтә мирҙы һөйрәп ята,

Күпме алды бер ҡатарҙан?!”

 Ана китте Хәлим ҡоҙа,

Күп торманы — Күбәк кейәү,

Һуғыш ваҡыты ла түгел,

Ә барыбер ҡырғын тейә.

Йүнле ерҙән кеше биҙмәй,

Ҡәһәрләнгән ер — Таңатар.

Әҙәмдәрҙе бер-бер артлы

Хәҙер ана һөйрәп ята.

Көндә төштәремә инә,

Ҡороп китһен, ер кинәнһен!..”

 Ауылдан тамам төңөлгән

Етмеш йәшлек ил инәһе.

 

Бушлыҡ уны шомландыра,

Йәнен ҡыя харабалар.

Ә кешеләр үлгәндәрҙе

Шунда күмә, апара ла.

 

Әсәмдең барлыҡ көйгәне —

Кешеләргә хәтере ҡалған:

Әйтерһең, Таңатар мәңге

Ни бары тик зыярат булған.

 

Ә бығаса Таңатарҙа

Тормоштар бит шаулап торҙо!

Нисә быуын шунда тыуҙы,

Нисә быуын оя ҡорҙо...

 

Халыҡ ҡорҙо хыял иткән

Аҡ тирмәһен — аҡ бәхетен,

Далала һис күрелмәгән

Ғәҙеллектең хаҡ тәхетен.

 

Тирә-яҡтар — киң сәхрәләр,

Күпереп ятҡан хәтфә болон.

Әрәмәләр ҡош-ҡортҡа бай,

Йылға-күлдә балыҡ тулы.

 

Ожмах шишмәләре ише

Булған уның ҡоҙоҡтары.

Теймәгәс кеше ҡулдары,

Ҡалған улар тоноҡланып.

 

Әсәйемдең уттай сағы

Үткән ошо Таңатарҙа.

Ҡырҙарында иген урған,

Бесән сапҡан таллыҡтарҙа.

 

Ошонда ул килен төшкән,

Янып һөйгән һәм һөйөлгән.

Ошонда тәү ҡайғы йотоп,

Күҙ йәштәренә төйөлгән.

 

Һабан һыуҙары һибешеп,

Ҡырҙан ҡайтҡан яҡты яҙҙа.

Ылау-ылау ашлыҡ булып,

Хәләл ризыҡ ҡайтҡан көҙҙә.

 

Ил өҫтөнә төшкән ҡайғы

Ятҡан уның иңдәренә.

Яңғыҙлыҡтың ғазаптарын

Ул теләмәй килендәргә.

 

Михнәте лә, рәхәте лә

Йөрәктәрҙе ярып үтте.

Үҙең ҡор ҙа аҡ тирмәне

Ҡыра һуғып ташлап китсе!..

 

Әсәй ҡарғай Таңатарҙы,

Ауыл гонаһлы, йәнәһе.

Сабый хөкөмөндә хәҙер

Етмеш йәшлек ил инәһе...

 

***

 

Йәшәүҙең ағышы — Таңатар,

Әсәмдең һағышы — Таңатар...

Мин уға йән атып ҡайтамын:

— Исмаһам, ҡайғымды таратыр...

 

Һәргәйҙә юл саңын ҡағам да

Ашығам Таңатар яғына.

Унда ни көткәнен белһәм дә

Барыбер шул ерҙе һағынам.

 

Тик әсәм ебәрмәй ауылға,

Мине бер балалай ҡыҙҙыра:

— Йөрөмә яңғыҙың ҡаңғырып,

Ташландыҡ ауылды ҡыҙырып;

Ни бар шул емерек нигеҙҙә?

Йә шуны ҡуймайҙар тигеҙләп...

Ауылға ҡарай ҙа илайҙар,

Ташлағас, ник тағы иларға?

Сыбыҡлар кеше юҡ быларҙы —

Ҡандай шәп донъялар боларҙы!..

Ҡуйсы ла, бер үҙең йөрөмә,

Таңатар терелмәҫ киренән.

 

— Юҡ, әсәй, бармайым мин унда,

Салғыға ҡулдарым ҡысыта;

Таналыҡ буйының күрәнен

Кирелеп һелтәргә ысыҡта...

 

Таналыҡ буйында таллыҡта

Берәүҙең бесәнен сабыштым,

Берәүҙең кәбәнен һалыштым..

Оҙон көн кискә лә ауышты.

 

Тик шунда һуҡмағым ауылға

Боролдо, аяҡтар талһа ла,

Таңатар янынан үтергә

Бер генә күҙ һирпеп булһа ла. .

 

— Мин килдем, Таңатар!

Ҡаршы ал!..

Ай ҡалҡты әллә ҡай арала.

Күк эңер шаршауы үтәләй

Алдымда…  аҡ тирмә ағара!

 

***

Изге ер,

ҡырыҫ ер — Таңатар,

Яҡын да,

алыҫ та Таңатар…

Мин уға яңынан килгәндә

Серле бер төн үтеп, таң атты.

 

Харабаға ҡалған ауыл.

Үле тынлыҡ урамда.

Йәшел үлән — йәшел урам,

Ер йылыһы — табанда.

 

Емеректәр араһында

Имен ҡалған ағастар:

Тороп йән бирә тирәктәр,

Баҫып үлә сағандар.

 

Акация ҡыуаҡтары

Сырт-сырт килеп йәш түгә.

Ҡарағаттар, һутҡа тулып,

Мөлдөрәп ҡарай күҙгә.

 

Ташландыҡ ауылды һаман

Һаҡлап тора ағастар.

Алмашынмаҫ һаҡсы һымаҡ

Баҫҡан тирәк, сағандар.

 

Ағастар!

Һеҙ, тере йәндәй,

Ҡалғанһығыҙ ауылда.

Рәхмәт һеҙҙең тоғролоҡҡа,

Бирешмәгеҙ дауылда!..

 

***

Ауыл үлгән, тиһең,

Ә ул һиңә

Ҡарап ята күҙе мөлдөрәп:

Түбән оста ҡоҙоҡ — һаман тере,

Һыуы тора бура төбөндә!

 

Далалағы ҡоҙоҡ, батыр йәндәй,

Юлсыларға һыуын һаҡлаған.

Бары кеше генә хыянатсыл —

Үҙ бишеген ниңә яҡламай,

Ташлап киткән зәмзәм кеүек һыуын,

Йәншишмәнең быуып аҡ юлын...

 

Был таш ҡоҙоҡ йәнә быуат йәшәр,

Алһаң әгәр бер аҙ таҙартып.

Күҙен асып, зәңгәр селтәр аша

Ҡарар һиңә, өмөт уятып.

 

Таш ҡоҙоҡтан... турғай сығып осто,

Аяҡ тауышынан һиҫкәнеп.

Ҡала кешеһе, тип, сал далам да

Ята микән минән ситләшеп!..

 

Ҡоҙоҡ бураһының таш егенә

Оя ҡорған турғай! —

Ул белә:

Ҡыуан елдән ысыҡ кибә, үлән көйә,

Ә ҡоҙоҡта — ҡот бар, йән тибә.

 

Рәхмәт һиңә, турғай, әрһеҙ ҡошҡай,

Ҡалғанһың бит әле ауылда,

Һыуын эс һин, ҡоҙоҡ ҡоромаһын,

Сүп-сарҙан да таҙарт ҡапылда;

Бала сығар, иртә-кисен сырла,

Яныңдағы түҙем тирәктә.

Ҡорт һырыһа уға —

Ҡорттарҙы ҡыр,

Ағас ҡалыр изге теләктә.

Япраҡтарын һелкеп  шыбыр-шыбыр,

Тирәк әйтер бары рәхмәтен.

Йәшел сатыр ҡорор үҙегеҙгә;

Яңғыҙлыҡтың хәтәр зәхмәтен

Еңерһегеҙ шулай бергәләшеп,

Һәм иҫкәртеп ҡоҙоҡ барлығын

 

Был далала,

Ауылды бөтөргән

Бәғзеләрҙең аҡыл һайлығын

Фашла, ҡошҡай, —

Таңатар турғайы —

Ташландыҡ таш ҡоҙоҡ һаҡсыһы.

Ер төбөнән ана

сығып осто

Инә турғай, миңә ҡаҡлығып!..

Ауыл йәне осто!

Һиҫкәнеүен

Дала ҡуйынына күсереп...

Таш ҡоҙоғо әммә,

Мине йәлләп.

Йотом һыуын бирҙе әсерлек.

 

Күҙем йомһам,

айлы кистә күргән

Тирмә тора, нурға ҡойоноп.

Унда, гүйә, баҫтым ярһыуымды —

Йөрәгемдең утлы ҡойонон...

 

***

Киләсәк йәш кеше,

Минән шуны ишет:

Бында ауыл булды,

Илгә ырыҫ ҡунды.

Бында:

Таналыҡ буйында,

Дала ҡуйынында, —

Колхоз ойошто, яңыртты тормошто;

мал бағылды, бол табылды;

ер һөрөлдө, иген игелде;

он тартылды, икмәк бешерелде;

бейә бәйләнде, ҡымыҙ бешелде;

өмә яһалды, өй һалынды;

ҡыҙ күҙләнде, йәр йәрәшелде;

туй яһалды — туғанлашылды;

килен алынды, бала табылды;

ул үҫтерелде, ир еткерелде...

Тормоштар бөтөн — хас та аҡ тирмә!.

Был гүзәллекте үтер саҡ тимә...

Илгә яу килде... Ҡан-йәш түгелде...

Бер төптән булып ил күтәрелде...

Күпме ир-егет ҡорбан ителде...

Дошман еңелде — дөмөктөрөлдө!..

 

Ошо хозурлыҡ

Берҙән-бер йылды,

Берҙән-бер көндө

Тиҙ хәл ителде —

бар иҫәптәрҙән,

исемлектәрҙән

һыҙып ҡуйылды;

Дала йөҙөнән һепереп түгелде...

күҙ йәш эркелде, йөрәк теленде...

донъя бүленде, тормош өҙөлдө...

 

***

Ни бары бер “түрә” әйткән һине —

Киләсәге мөсһөҙ ауыл, тип;

Таңатар бер үҙе ситтә ята,

Идара итеү уға ауыр, тип.

 

Ә бит бик борондан ошо ергә

Эйәләшеп йәшәй белгәндәр....

Беренселәр булып, колхоз ҡороп,

Яңы таңға берҙәм килгәндәр.

 

Дала иңен Таңатарҙан тороп

Ҡоласлауҙы ҡулай күргәндәр.

Бөтә ауыл булды эш өҫтөндә:

Туғай — янда, баҫыу — эргәлә.

 

Колхоз үҫте, колхоз менән бергә

Кешеләрҙең үҫте күңеле...

(Ауыл даны роман яҙырлыҡ та,

Шиғыр менән үтәм йүгереп).

 

Заманында булды миллионер ҙа,

Районда бер ине Таңатар.

Уңышына уның күпме йылдар

Күргәҙмәләр ҡылды тамаша...

 

Бер мәл килеп, бер “аҡыллы башы”

Әйткән икән:

— Колхоз көсһөҙ, — тип, —

Эреләтеү бара бөтә илдә,

Таңатар Һәргәйгә күсһен, — тип.

 

Баш ҡаҡҡандыр уға ярамһағы,

Түрә һүҙен йыҡмай торғаны.

Ҡушылғандар уға уйһыҙҙары,

Ғәмһеҙ йәшәй-йоҡлай торғаны...

Ана шунан китте,

китте, китте...

Берәм-берәм ауыл тарҡалды.

Өңрәйешеп өйҙәр тороп ҡалды...

Үҙ-үҙенә кеше таң ҡалды:

 

Баҡһаң, заманаға һылтап була

Һәр хилафлыҡ, һәр бер ялғанды:

“Тыуған ер, тип, тормаһаң да ярай,

Ситтә донъя көтә алғанды”...

 

Ай, замана...

Ай-һай, ауылдаштар!..

Нисек мөмкин быны аңларға?

Берҙәмлеккә һеҙҙең һоҡланырлыҡ!

Тарҡаулыҡты ҡалай һанларға?..

 

Күрҙем аҙаҡ һеҙҙең илағанды,

Тыуған ауыл йәмен һағынып.

Тойҙом һеҙҙең әсе үкенгәнде,

Шул хөрриәт ергә зарығып.

 

Һәм ишеттем:

Эшкә йөрөгәндә

Шул уҡ Таңатарҙың еренә,

Күпме ыҙа, михнәт, яфа сигеп,

Ҡәһәрләргә белмәй кемде лә.

Йөрәгегеҙ әрнеп,

Йәндәр әсеп,

тәүбәгеҙгә ҡайтыр инегеҙ, —

Тик һуң инде:

Терһәк тешләп булмай,

Ҡысҡырһаң да сыҡмай өнөгөҙ! —

Сөнки бөтә ошо ҡолғоләгә

Үҙегеҙ бит сәбәп булдығыҙ:

Тик берегеҙ генә ел сәскәйне,

Ҡалғанығыҙ дауыл урҙығыҙ. . .

 

Шул дауылда янды…  аҡ тирмәгеҙ,

Ғибрәт өсөн, бәлки, булғандыр.

Был мөғжизә — ҡөҙрәт эше түгел,

Заманы бит шулай болғанды.

 

Ҡай берегеҙ алды аҡ тирмәне

Үҙе менән — йөрәк түрендә.

Ә бәғзеләр уны күмеп китте

Ата-бабалары ерендә. ..

 

***

Ауылдан иң һуңғы булып күскән

Ғәҙелмырҙа атлы азамат.

Таңатарҙа тыуған был ир бала,

Ир уртаһы хәҙер уҙаман.

 

Күсеп киткән саҡта ауылдан ул

Тәгәрәп ятып илай урамда.

“Туған тупраҡ тартҡан салғыйынан,

Ятҡан, тиҙәр, шуға торалмай...”

 

Ила, әйҙә,

Ғәҙелмырҙа ағай, —

Таңатарҙың һуңғы кешеһе.

Ауылда бер үҙең нисәмә йыл

Йәшәнең бит китмәй, тешегеп.

 

Ҡайнар ҡурғаш төҫлө күҙ йәштәрең

Бары сауап тыуған ереңә.

Далаң моңо сыңлар күңелеңдә,

Далаң тоҙо яныр иренеңдә.

 

Ҡартлыҡ тигән тауҙың, ай башына

Киткәндә лә ғүмерең ауышып,

Ҡолаҡ төбөндә гел яңғырап торор

Ата-бабаларың тауышы.

 

Таңатар — гел оран булыр һиңә,

Кәметеүсең йөрәк һағышын.

Шул оранды мәңге онотмаһаң,

Эҙәрләмәҫ ерең ҡарғышы.

 

***

Таңатар! —

Һәр кемгә оран унда,

Оран булған кеүек Салауат...

Сал даламдың тере йәне булып,

Ишетелә һәр саҡ шул ауаз:

— Таңатар!

Һыуы ҡалған ҡоҙоҡ төбөнән

Яңғырап килә тауыш:

— Таңатар!

Ата-бабаларҙың йәне булып,

Осоп сыҡты бер ҡош:

— Таңатар!

Яңғыҙ тирәк япраҡтары минән

Хәл һораша быш-быш:

— Та-ңа-тар!..

Һиҫкәндерә мине

Ауылды ер менән

Тигеҙләгән бушлыҡ:

— Таңатар!

Сикәләрҙә ҡаным

Набат булып ҡаға:

— Таң-а-тар!..

 

***

Әллә был йәй тағы ҡоро килә?

Бер тамсы ла таммай болоттан.

Баҫыу ҡара яна, ерем сатнай,

Шундай саҡта уны онотһам, —

 

Далам мине “Балам!” — тимәҫ ҡабат,

Ил алдында ҡорор иманым;

Бүтән ғәфү итмәҫ Таңатарым,

Халыҡ әйтер: “Әҙәм яманы!..”

 

Ауыр мәлдә,

Күҙгә-күҙ ҡарашып,

Бергә булғым килә, ауылым.

Урамыңдан үтһәм ялан аяҡ,

Өфөләргә ҡайтам һауығып.

 

Ҡайттым тағы,

Нигеҙ таштарыңа

Баш орорға, ғәфү һорарға:

Мин — берәҙәк улың,— гонаһымды

Күҙ йәш менән әҙер йыуырға.

 

Оло ил һағында тороп ҡалдым

Яҙмышыңа хөкөм сыҡҡанда.

Бер мин генәме ни сәбәләнгән

Һәм әрнегән — йылан саҡҡандай...

 

Бүтәндәр ҙә килер, килмәй ҡалмаҫ,

Мин фармансы түгел уларға.

Йөрәгендә әммә моңо барҙың

Һағыныу хисе тейеш туларға...

 

Ҡайттым бына, ауыл, һин, тип, ҡайттым,

Хәл белергә килдем яңғыҙым.

Мине ситтән күргән әйтһен әйҙә;

“Үле ауылда йөрөй ҡаңғырып...”

 

Урамыңдан үтәм ялан аяҡ,

Йөрөгән кеүек бала сағымда.

Етәкләп үк мине алып китмәк

Урам буйлап һары сағандар.

 

— Һаумы, һаумы,

Мин ултыртҡан саған!.. —

Өндәшәм дә телде тешләйем;

Яҙмыш инде һеҙҙе ботарлаған,

Хәл һорап та ҡапыл нишләйем?!

 

Буп-буш урам.

Ҡап-уртанан барам.

Ике яҡта — өйҙәр нигеҙе.

Уйым менән

Һәр бер өйгә инәм,

Ишегенә түбәм тигеҙеп.

 

Өйҙә ниҙәр барын,

Кемдәр зарын,

Ишетмәҫкә “тышҡа” атылам.

— Беҙгә лә ин! — тип ҡысҡыра һымаҡ,

Таныш тауыш мәктәп сатынан.

 

Баҡһаң, ҡулын болғай бер ҡараҡаш —

Мөғәллимә “апай” икән дә! —

“Ҡара уны, репетицияға

Һуңламағыҙ бөгөн!..” — тигәндәй...

 

Йәнә берәү ҡаршы йүгереп сыҡты —

Ауылдашым Шамил икән дә!

Оло хөрмәттәргә лайыҡ егет,

Илгә иң күп иген иккәнгә...

 

Һәргәйҙәргә күскәс, бында килеп,

Шамил үтер булған урамдан,

Һағыштарын баҫып, тартыр булған

Яратҡан бер көйөн гармунда:

 

“Урамыңдан уҙайым,

Йәшел ефәк һуҙайым.

Йәшел ефәк, ярһыу йөрәк,

Нисек итеп түҙәйем?..”

 

Ни кисергән икән шунда Шамил,

Ниндәй хистәр уны биләгән? —

Беләм: ташып барған йөрәк моңон

Тальянында ярһып көйләгән...

 

Мине һаташтырмаҫ өсөн микән,

Аяҡтарым ҡалай ашыға?!

Һәр иҫтәлек, һәр хәтирә һайын

Күкрәк ярып, йөрәк шашына.

 

Түҙемем етеп, остан барып урап,

Ҡабат киләм тыуған нигеҙгә.

Баҫып уҙам уттай бала сағым

Ергә уйып һалған ҡуҙ — эҙгә...

 

Менеү менән нигеҙ өйөмөнә

Күк дөһөрҙәп ҡуйҙы түбәмдә.

Һиҙмәгәнмен ямғыр килгәнен дә,

Башым баҫып йөрөп түбәнгә.

 

Ҡара болот көмөш ҡамсы менән

Һыҙыра ла һуға башланы.

Үҙе уҫал, үҙе йылы ямғыр!..

Күлдәгемде сисеп ташланым.

 

— Әйҙә, яу һин, эй көттөргән ямғыр!

Далам ана нисек сарсаған!

Ҡыуан елдән ҡорғаҡһыған ерҙе

Сал ҡылғандар нисек ҡоршаған?!

 

Дөбөр-шатыр килеп, ҡара болот

Ергә түгә шифа һуттарын.

Ялтырап та китте баш осомда

Үлемесле йәшен уҡтары.

 

— Уны атма! — тип ялбарған һымаҡ,

Ҡул-ботағын һондо ҡарт тирәк;

Гүйә мине ҡурсып алып ҡалды,

Тетрәгәндә уттан бар тирә.

 

Ҡайҙа инергә белмәй, ғәжәп ҡылып,

Ҡарап торам, лысма һыу килеш.

Ямғыр-апай, яу, яу!..

Иген үҫһен тау, тау!..

Тип йүгерә инек урам буйлап,

Күләүектәр кисеп, зыу килеп...

 

Ямғыр теләп, инде йүгерә алмам,

Балаҡ төрөп, күнәк күтәреп.

Буп-буш ятҡан ауыл урамында

Торам — хас та йәшен үткәргес!

 

Бер аҙым да атлар әмәлем юҡ:

Алдарымда — йәшен шаршауы!..

Кеше үҙен шунда белә икән —

Емерә алһа ҡурҡыу ҡоршауын.

 

— Атһа атһын, әйҙә, хут йәшене,

Таңатарҙа ятмам йәшенеп!

“Ҡайҙа йәшенәһең — ҡыуыш өй юҡ!” —

 тим үҙемә, йәнем әсенеп.

 

Исмаһам, бер тарих тороп ҡалыр

Ошо сәйәхәтем турында:

“Ҡалған икән яуын аҫтында ла

Йәшен атҡан тыуған ауылында...”

 

Ергә ятмам иңрәп! —

Ҡаршы торам

Дауыл, йәшендәргә йөҙ асып.

Үлһәм, үләм бында аяҡ өҫтө,

Анау тирәк төҫлө — төҙ баҫып.

 

Тән сымырҙай — магнит һурамы ни!

Табандарым ергә тартыла...

Бала сағым йүгереп үтеп китте,

Яуып үткән ямғыр артынан:

 

“Болот-апай, кит, кит!

Ҡояш-апай, кил, кил!..” —

 

Тип сабыша инек урам буйлап,

Оҙаҡ яуһа ямғыр быҫҡаҡлап...

Ишеткәндәй мине

Ҡояш сыҡты,

Болоттарҙы телеп-бысаҡлап.

 

Ялтырап китте ҡояш нурҙарында

Нигеҙ буйында бер быяла.

Емертелгән өйҙөң тәҙрә-күҙе

Ямғырҙан һуң ҡалған йыуылып.

 

Өйҙөң күҙе булған был быяла

Күҙ нурымды алды сағылтып;

Тыуған йорттоң ҡомартҡыһы күреп,

Йөрәк ҡуйҙы һыҙлап, һығылып.

 

Нисәмә йыл илгә-көнгә баҡҡан

Шул быяла аша әсәйем;

Атайымды көтөп,

Беҙҙе көтөп,

Гел тәҙрәгә текләп йәшәне.

 

Донъя шауы, тормош моңо ингән

Шул быяла аша был өйгә.

Йылдар үткән,

Инде беҙ ҙә — үҫкән,

Ә быяла ҡалған бер көйгә.

 

Айырма тик хәҙер шунда ғына:

Өйҙөң күҙе түгел быяла.

Ул онталған.

Саңлы йөҙө буйлап,

Тамсы ағып төштө ҡыялап.

 

Быяла ни генә! —

Был урында

Күпме оя туҙҙы, онталды.

Тыуған ерен кеше ташлап китте,

Ата-баба рухы онотолдо...

 

Тыуған ауыл тәҙрәләре зыңлап

Ҡуйыр ине минең тауыштан,

Әгәр хәҙер... өйҙәр теҙелеп баҫһа!

Юҡ, уянмаҫ ауыл тауышҡа...

Быуаты инде уның ауышҡан.

 

Йөрәккәйем әрнеп ҡысҡырһа ла,

Тауышҡынам сыҡмай бигүк шәп.

Тыуған ауыл!

Һинең яҙмышың да

Быяла ярсығына бик оҡшаш.

 

Ил-йорт тәҙрәһенән көн элгәре

Кителеп төшкән ярсыҡ — Таңатар.

Ашнаҡсының һаҡһыҙ устарынан

Ел осорған валсыҡ — Таңатар.

 

Ил-ағастың ботағында бешмәй

Өҙөлөп төшкән емеш — Таңатар.

Заманының тишек кеҫәһенән

Төшөп ҡалған көмөш — Таңатар.

 

Күңелемдә ауыр таш күтәреп,

Боролоп киттем һинән, ауылым.

Минең ише һәр килгәнде шулай

Ҡаршылаһын дулап дауылың.

 

Хозурланып алда йәйғор ҡалҡты,

Үтәм нурлы ҡапҡа аҫтынан.

Тик ниңә был хөрмәт? —

Артымдан бит

Ата-бабам рухы баҫтыра.

 

Бер ҡайҙа ла унан ҡасып булмай,

Күҙ алдында тора Таңатар,

Һәргәйҙә лә, Өфөлә лә түгел,

Таңатарҙа тәүҙә таң ата!

 

Ишетмәҫкә итәм ҡолаҡ тығып,

Ә эсемдә — Саҡ-Суҡ һағышы:

Йылдар шауы аша яңғырағандай

Ата-бабаларҙың тауышы.

 

Төн ҡараһын һүтеп, баҙлай миңә

Алыҫ ҡалған дала шәфәғе:

Һүндермәһәң ауыл яҡҡан утты,

Йәлләмәҫ ер һинән шәфҡәтен...

 

 

***

Һаман хаттар килә Таңатарға,

Иҫке адрес менән юлланып.

Хат яҙғандар өсөн Таңатар — бар,

Күңелдәрҙә йәшәй нурланып.

 

Хаттар килә иҫке адрес менән...

Хаттар килә, эҙләп атайҙы.

Фронтташы яҙа, хәл белешеп,

Эҙәрмәндәр юллай һалдатты.

 

Ауылыма һаман хаттар килә,

Имен көндөң изге хаттары.

Ҡоштар кеүек килгән шул хаттарҙа

Аҡ теләктәр, яуҙаш анттары...

 

Улар белмәй әле Ер йөҙөндә

Таңатарҙың инде юҡлығын.

Етемһерәп йөрөгән ошо хаттар

Йөрәгемә үтә һуҡлығып.

 

Хәҙер инде килмәй Таңатарға

Өс мөйөшлө һалдат хаттары,

Килә дүрткелдәре , —

Тик барыбер

Сыңлай улар, йәнде аҡтарып.

 

Хаттар килә, эҙләп Таңатарҙы,

Хатта шуға хәтер алҡышлай...

Тик эйәһен тапмай китә хаттар,

Төшөр күл тапмаған аҡҡоштай.

 

***

Ауылдаштар хәҙер аптырайҙар:

“Ни булды һуң беҙҙең колхозға?

Ингәнгә лә, сыҡҡанға ла ирек,

Нисәмә йыл инде юҡ хужа...”

 

Кемдәр менән йәшәй-эшләй улар?

Кем колхозсы бында, кем түгел?

Бөгөн берәү килһә, икәү китә,

Бар ни, юҡ ни уға ер-күгең?!

 

Тыуған ер тойғоһо була тиме,

Ҡамғаҡ кеүек күскән кешелә?

Ваҡытлыса йәшәй, донъя көтә,

Ваҡытлыса ҡарай эшенә.

 

Сит-ят ерҙә ундай бәндәләргә

Күренмәй шул серле аҡ тирмә.

Күрһә күрә ерҙең ҡырыҫлығын,

Ҡыуан елен һүгә, эй тиргәй!. .

 

Танышырға өлгөрмәй ҙә ҡала —

Иптәш инде бирә ғариза...

Кемдәр тороп ҡала?

Әлеге шул —

Кем ныҡ тамыр йәйгән был ергә! —

 

Быуат-быуат,

Быуын-быуын халҡым

Даланы үҙ иткән, йәшәрткән.

Ата-бабаларын шунда ҡуйған,

Рухын дауам иткән, йәшәткән...

Хаҡ хыялын — аҡ тирмәһен ҡорған!

Бына шулар хужа был ергә!

 

Әйтәһе юҡ...

Әммә уйлап ҡуям:

Донъяларын улар бөтәйтте;

Бер-беренә утҡа йөрөү ҡайҙа?!

Ә Таңатар

хәтәр йылдарҙа ла

Усаҡты гел берҙәм көйрәтте...

Берҙәмлеккә шулай өйрәтте.

 

Тормоштар шәп.

Килендәр газ яға.

Оноттолар көйәнтә-күнәкте.

Өйҙәрҙә йәм, толҡа бар ҙа һымаҡ,

Ә Таңатар өҙә үҙәкте.

 

Яҡташтарым заман менән атлай,

Яраҡлаша яңы йыр-көйгә.

Тыуған моңо ҡалды Таңатарҙа,

Таж-тож көйҙәр күберәк Һәргәйҙә.

 

Улар инде зәңгәр экран аша

Ишетә, күрә бөтә донъяны.

Йәшәйешкә иҫәп-хисабы ла

Ҡарашы ла уның өр-яңы.

 

Хәҙер китте ярыш:

Берәү туйға

Алған фәлән йәшник араҡы.

Икенсеһе унан уҙҙырырға

Йәнтәслимгә таба сараһын.

 

Айырмалар — ер менән күк инде,

Бүтәнсәрәк күңел асыуҙар:

Күрше өлкәгә берәү комбайнда

Араҡыға киткән баҫыуҙан!..

 

Хужаларҙың күрмәүенә һылтай,

Намыҫ күҙе булғас йомоулы.

Эргәләге дуҫы әйтер ине,

Йәшел йылан ятҡан шешәгә бит,

Уның да шул муйын һоноулы.

 

Әсенәһе мәлдә, ҡыҙыҡ итеп,

Һөйләй бәндә ошо хәлдәрҙе.

“Ҡыуһалар һуң... Муйын ғына булһын,

Ҡамыт донъя... кейҙең — елдерҙең...”

 

Ул да шәхес, тибеҙ,

Үҙ асылын

Әҙәм башта үҙе уйлаһын...

Аҡ тирмәһен үртәгәндә белмәй

Көлгә ятып аҙаҡ иларын.

 

***

Тыуған яҡҡа атылып ҡайтҡанымда

Көн битендә ауыл ағарыр.

Аҡ өйҙәргә — тирмәләргә — инһәм,

Юшҡындарҙан күңел таҙарыр.

 

Тирә-яғым йәйрәп ятҡан дала:

Күк туғайҙар, иген ҡырҙары...

Бөтәһе лә ҡаға йөрәгемә —

Моң бишеге, һағыш даръяһы.

 

“Иртәнсәкәй тороп бер ҡараһам,

Йәйрәп ята башҡорт далаһы.

Моңдарың күп һинең, йырҙарың күп,

Әйҙә, моңлан, башҡорт балаһы...”

 

Килгән кеүек йыһан киңлегенән

Далалағы был йыр, был һағыш.

Әллә беҙме йырға ятһыраныҡ,

Әллә йырмы — алыҫ бер таныш?..

 

Иң бәхетле төйәк — йырлы төйәк,

Йыр ул ергә мәңге ҡот юрай.

Әллә беҙме ергә ерһенмәйбеҙ,

Әллә ерме беҙҙән ятһына?

 

Йәшендек тә бейек таш йорттарға,

Йөрәктәрҙе ҡуйҙыҡ кәртәләп.

Ер тауышын тыңла айлы төндә,

Ер еҫтәрен һула иртәлә...

 

Ер өндәшмәй, тимә,

Ер саҡыра,

Бәғерендә нәфрәт тулһа ла;

Һаман көтә тинтәк уландарын,

Бәхилләшер өсөн булһа ла...

 

Юҡ, ни бары халыҡ күсте генә,

Ҡалдырғандай тормош нужаһын.

 Ана килә

ҡустым менән килен,—

Улар ерҙең яңы хужаһы.

 

Нәғим менән Сәлимәгә колхоз

Һалып бирҙе бына яңы йорт.

Алдарына килде бәхеттәре,

Йәш ояға әйҙә ҡунһын ҡот!..

 

Тик уйлама, ҡустым, йорт булды ла

Аҡ тирмәгә эйә булдым, тип.

Тормош башлап, һин ни бары таптың

Аҡ тирмәгә илтер юлды тик.

 

Аҡ кейеҙҙән булған өсөн генә

Әйтелмәй бит ул аҡ тирмә тип.

Халыҡ күргән унда — ил выжданын,

Хаҡ хыялын тапҡан тирбәтеп.

 

Аҡ тирмә — ул беҙгә дәүернамә,

Күңелдәрҙе нурлар аҡ китап.

Намыҫыңа кер ҡунмаһа әгәр,

Илең алыр һинән хаҡ хисап.

 

Аҡ тирмә ул — һинең яҡты донъяң,

Замандашым, һинең күңелең.

Китмәһен ул

байлыҡ-һаҙға батып,

Вайымһыҙлыҡ менән күмелеп!

 

Усағыңда ҡайсаҡ утың һүнһә,

Хафаларҙан туҙып: “Аһ!” — тимә.

Тоҡаныр ул утың —

Күңелеңдә

Гел ҡороулы торһа аҡ тирмә.

 

Аҡ тирмә ул — бәғзе бәндәләргә:

Ҡаҙы ашау,

Ҡымыҙ һемереү,

Ҡыҙ ҡуйыны. . .

Ҡунаҡ булып ҡына

Ғәмһеҙ йәшәү, йәмһеҙ һимереү. . .

 

***

Күреп ҡал һин, ҡустым, Таңатарҙы,

Ер менән ул инде тиңәлә.

Әммә айлы кистә кил һин бында —

Әйтер һүҙе барҙыр һиңә лә.

 

Сал ҡылғаны шанлы тарих һөйләй,

Ҡырлы ҡурай шомло моңлана...

Тауыш килә ана аҡ тирмәнән,

Ҡолаҡ һалып ҡына тыңлаһаң:

 

“... Күсенеүҙә генә түгел хикмәт,—

Күңелеңдә һаҡлай белеүҙә,

Тыуған ергә булған иманыңды

Биләүҙән үк алып килеүҙә,

Һиңә тиклем дә бит тормош булған,

Үткәндәрҙе һүтеп ташлама.

“Донъя кендеге мин!” — тигән менән, —

Һинән генә тормош башланмай,

Һинән һуң да тормош дауам итер —

Туптай улың ята биләүҙә.

Үҙеңдән һуң нимә ҡалдырырһың,

Иҫеңдә тот шуны иң тәүҙә...”

 

Сал ҡылғандың тарих һөйләүен дә,

Ҡурайҡайҙың моңло һағышын,

Аҡ тирмәнән килгән серле өндө

Күмеп китте... дәжжәл тауышы.

 

Яңы Һәргәй клубында бөгөн

Джаз музыкаһы концерты,

Күрелмәгән “шайтан уйыны”на

Эштән ҡайтты йәштәр кис иртүк.

 

Берсә тулап,

Берсә борғоланып,

Бейенеләр танһыҡ ҡанғансы.

Был дәжжәлдән ауыл әбейҙәре

Күҙ йомманы таңдар атҡансы..

 

***

Күҙ алдымда һаман Таңатарҙа

Айлы кистә күргән аҡ тирмә...

Ул сайралыр көҙгө кеүек,

Мин дә

Төшөп китһәм бер мәл ҡаҡ ергә.

 

Хәтер уяу,

Сәғәт кеүек тек-тек

Йөрәк менән һуға ҡушарлап...

Ерҙә беҙҙән аҡ тирмәләр ҡалыр,

Үтә алмаҫ дауыл ботарлап.

 

Әйҙә, йәштәр инһен аҡ тирмәгә —

Быуын-быуын уҙа замана...

Әллә нишләп йөрәк сығып бара,

Ярһыһаң да ярһы самалап!

 

Мин шулай ҙа йөрөп киләм әле,

Таныш туғайҙарҙы ҡыҙырып.

Таңатарҙан бер урайым әле,

Ҡалма инде, әсәй, ҡыҙҙырып...

 

Бер көн килеп, иҫкә төшә икән

Тыуған ерең, йөрәк сәңкетеп.

Тыуған телең барҙа онотолмаҫ, —

Ата-бабаң рухы мәңгелек!

 

Таңатарҙа — иман бейеклеге,

Бар тарафтар ята күренеп.

Унда —

Хыялымдың аҡ тирмәһе

Тора күкшел моңға төрөнөп...

1981