Аҡ ҡылғандар

Аҡ ҡылғандар

 

Аҡ ҡылғандар,

Уйҙарымдың осо

Әллә ниңә һеҙҙән башлана...

Йыһан гиҙеп ҡайтһа,

Космонавт та

Даланың сал ҡылғандарын ҡосоп,

Ватан ҡосағына ташлана.

 

Эй ғәзиз ер!

Өҫтөң — ап-аҡ балаҫ,

Көмөш менән генә сигелгән.

Шул тупраҡтан ҡалҡып, күпме сәскә,

Дауылдарҙа күпме иҙелгән..

 

Дала ябып үҫкән аҡ ҡылғандар,

Моңо ла һеҙ ерҙең, ҡото ла.

Заманымдай һеҙ — йәш, һоҡланғыс та,

Тарих кеүек һеҙ —

Сал, оло ла.

 

Эй ғәзиз ер!

Өҫтөң — аҫыл балаҫ,

Алтын-көмөш менән ҡайылған.

Шул тупраҡтан

Халҡым,

Аҡ ҡылғандай ҡалҡып,

Ҡаршы торҙо күпме дауылға!..

 

Аҡ ҡылғандар,

Уйҙарымдың осо,

Һуҡмағымдай, һеҙҙән башлана.

Ерҙәр йөрөп ҡайтһам,

Иң тәү, далам,

Һинең ҡосағыңа ташланам.

 

Ана,

Ауылымдың яланаяҡ ҡыҙы

Яулыҡ болғап йүгерә ҡаршыма...

Күңелемдә, далам,

Аҡ ҡылғаның

Йәшлек моңом булып талпына.