Аҡ далала ҡаҡ санала...

 

Ағайҙарым алыҫ юлға ҡуҙғалдылар,

Таңды уятып, аҡ далаға юл алдылар.

Трактор бара аҡ киңлекте ҡалтыратып,

Ай-көҙгөнө көмөш ҡарҙа ялтыратып.

 

Тракторҙың санаһында ике йөксө:

Күпте күргән Сәхи ағай, йәп-йәш Гәрәй.

Стансаға ара алыҫ —ике көнлөк,

Урар өсөн шулай таңдан сығыу кәрәк.

 

Бошмаҫ Гәрәй барам тимәй ҡаҡ санала —

Транзисторҙан башҡаланы тыңлап бара.

Сәхи ағай ғәжәп ҡыла: «Һай замана!..

Һай замана!..»

 

Ай  йөҙөндә луноходтай, трактор бара,

Аҡ далала ҡар кимереп тын юл яра.

Ил хәлдәрен тыңлай барғас, алыҫ ара

Һиҙелмәй ҙә ҡыҫҡарғандан ҡыҫҡа ҡала...

 

Аҡ далала ҡаҡ санала бара икәү:

Толоп  кейгән  Сәхи ағай, йәп-йәш Гәрәй.

Мәскәү һөйләй...

Аҡ күбеккә батып күктә

Ҡалмаҫҡа тип Ер-әсәнән Ай тәгәрәй...