Әсәкәйем, йәш киленсәк кеүек,
Таң беленгәс һыуға юл ала.
«Ашыҡмасы, әсәй, бик иртә бит»,—
Тип ҡарайым, әсәй йылмая:
«Кергән ғәҙәт, балам, сыҡмай инде,
Таңғы һыу бит бигерәк саф була...»
Әсәй атлай, ҡаҡса иңдәренә
Көйәнтәһе — ҡыйғас таң — ҡуна.
Тулҡындарын сөйөп сәләм бирә
Ярһып-шашып аҡҡан сал ағым.
Һәр таң әсәй иҫкә ала шулай
Алыҫ ағып киткән йәш сағын...