Ағиҙел

Ишелеп-ишелеп аға
Шаршыларҙа Ағиҙел…
Ғүмер даръяһында шулай
Бер туҡтамай аҡ ине…

Үрелеп аға тулҡынға
Секундтар, минут, сәғәт…
Был тынғыһыҙ ағышта юҡ
Кире ҡайтырҙай ғәҙәт.

Йылдарым шулай аҡҡандар
Ваҡыт иҙеле булып:
Уңыштарҙан шатлыҡ туҡып,
Хатанан һабаҡ уҡып…

Иҙел булып йылдар аға,
Һалып ярға мисәтен.
Был үҙгәреш, был яңырыу –
Беҙгә бит ул киҫәтеү.

Уята яҡты иҫтәлек
Иҙелгә ҡойған инеш.
Һин һыу алған шул уҡ баҫма,
Шул сығыш, шул һыу кереш.
Бына һин керҙәр сайҡаған
Ҙур аҡ таш ята ярҙа.
Ҡайнар ҡояш,
Айбар ташҡын
Йөҙөнә уйған яра.

Һағындым йөрәккә уттар
Яғырлыҡ ағышыңды!
Иҙелем, һиңә килдем дә
Сайҡаным һағышымды…
Ишелеп-ишелеп аға
Шаршыларҙа Ағиҙел…
Халҡым күңелендә шулай
Аҡ юл һал да аҡ ине!..