Ағиҙел тулҡындары

Мине һиңә яҡынайта

Ағиҙел тулҡындары.

Тулҡындарға рәхмәтемдән

Тын ҡала упҡындары.

 

Һинең менән осраштырһа

Ағиҙел тулҡындары,

Даръяларҙы ҡайнатырлыҡ

Йөрәгем ялҡындары.

 

Мине һинән айырғанда

Ағиҙел тулҡындары,

Йыһандарға ҡалҡынғандай

Йөрәгем һулҡыуҙары.

 

Һөйгәндәрҙе осраштыра

Ағиҙел тулҡындары.

Тулҡындарҙан айбарлыраҡ

Йәшлегем ярһыуҙары.

 

Даръяларҙы ҡайнатырлыҡ

Йөрәгем ялҡындары.

Тулҡындарҙан айбарлыраҡ

Йәшлегем ярһыуҙары...

Ағиҙел тулҡындары...

 

2007.