41-ҙә тыуғандар

Ҡырҡ берҙә тыуғандар быуыны
Уттарҙан, йоттарҙан быуылып,
Булғандыр торалмай ятылған
Саҡтар ҙа – аяҡ-ҡул һыуынып.

Бала саҡ яраһын дауалап,
Замандар яманын ҡыуалап,
Ҡырҡ берҙә тыуғандар быуыны -
Тормошта яугирҙәр дауамы.

Ҡырҡ берҙә тыуғандар быуыны
Туҡтамаҫ үрҙәрҙән хушһынып,
Бармаҫтар шатлыҡтан осоноп,
Ҡасмаҫтар хаслыҡтан бошоноп...

Ҡайнайбыҙ ут-ялҡын эсендә,
Ятмайбыҙ йөрәкте һыуытып.
Ышан, ил,
Таян, дуҫ,—
Һынатмаҫ
41-ҙә тыуғандар быуыны!