1992 йылға

Туҡһан ике,
Һинең намыҫыңда
Күпме фекер үлде күңелдә?!
Ә күпме уй,
үгәй бала кеүек,
Минән биҙҙе, тамам төңөлдө?!.

Һиндә булды иң ҙур юғалтыуым
Ҡара гүргә бирҙем әсәмде.
Өҙҙөләрме рухи кендегемде,
Быуҙылармы илһам шишмәмде...

Мин үҙем дә яҡты донъя менән
Саҡ-саҡ ҡына ҡалдым хушлашмай.
Тормош — тоғро әшнә булмаһа ла,
Торам әле бер аҙ ташлашмай.

Тыуым менән Үлем гел йәнәштә,
Көн менән Төн мәңге алышта.
Тыумышымдан алып, миндә лә бит
Аҡыл менән хистәр тартыша.

Әйтерһең, мин —
аңлап булмаҫ донъя,
Ғаләмдең бер серле ярсығы,
Геү килтереп гиҙеп киң йыһанды,
Йәнем эҙләй үҙенең яртыһын...

Туҡһан ике!
Һынауҙарың өсөн
Рәхмәт һиңә, һинең хаслыҡҡа.
Үсәмәйем — мине еңмәнең, тип,
Алышырға сығам асыҡҡа!