Аҡ ҡар өҫтөндә
Ал ҡан төҫөндә
Миләш емештәре,
Миләш емештәре...
Был — йылы йәйҙең
Йәшәргә тигән
Һуңғы өмөттәре,
Һуңғы өмөттәре.
Тормош юлында
Яҙмыш ҡулынан
Тартып алдым һине,
Тартып алдым һине.
Был — йөрәктәрҙең
Бәхетле янған
Минуттары ине,
Минуттары ине.
Аҡ ҡар өҫтөндә
Ал ҡан төҫөндә
Миләш емештәре,
Миләш емештәре.
Был — гүйә, беҙҙең
Һөйөүебеҙҙең
Һуңғы өмөттәре,
Һуңғы өмөттәре...