Йырлы шишмә

 

 

Ярҙа торам:

Шишмә менән Ҡая

Булған икән мәңге бәхәстә.

Ҡая баҫҡан Шишмә  алҡымына,

Йор ағышты, гүйә, сәсәткән.

 

Әммә Шишмә яйын тапҡан —

Аҡҡан

Ер ҡуйынынан, йәшәү-юл ярып.

Йырлы шишмә шулай «үлгән» икән,

Ҡая алдында күҙҙән юғалып...

 

Һыуһыҙ дала,

Саңда эҙем ҡала,

Үттем хәтһеҙ һырттар, саҡрымдар.

Нимә күрәм?! —

Шишмә бәреп сыҡҡан!

Ҡараңғынан көнгә  атылған!..

 

Атылған да

Көмөш сылбыр булып,

Тау яғалап алыҫ һуҙылған.

Йырлай шишмәм!

Күктә буҙ турғайҙар

Бәйге асҡандар уны уҙырға.

 

Ниндәй ырыҫлы һин,

Йырлы шишмә,

Ҡабат сығып яҡты донъяға!

Ҡыуанысым ярһый буҙ турғайҙай,

Һине осратыуға, һин барға!

Юлың быуған кәртәләрҙән гел сыҡ

Шаулы ағышыңды бүлдермәй...

Оло яҙмыш –

Илтеү кешеләргә

Хис-тулҡындарыңды һүндермәй!