Йылғаларым (шәлкем)

Кәрәлеккәй менән Кәмәлеккәй

Йәйрәп аға – хатта тар ялан.

Улар миңә Тигр – Евфрат кеүек,

Аму–даръя һәм Һыр–даръялай.

Талғын ғына ҡаға тулҡындарын,

Моңһоулығы һаға йәндәргә,

Ятып ҡалған, гүйә , көмөш билғау

Ҡыпсаҡ батырынан йәдкәргә.

Яҙмыштары менән улар игеҙ,

Булмыштары менән оҡшаштар,

Бер әсәнең ике имсәгенән

Ағып сыҡҡан изге аҡ аштай…

 

Һыу ҡойоноу түгел теләккенәм,

Ниәткенәм -  тарих  юлларҙан.

Быуа еҫе килмәй йылғаларҙан,

Боронғолоҡ аңҡый уларҙан.

Ибн- Фаҙлан[1] туҡтап, ғөсөлләнеп[2],

Һыуын тәмләп киткән йылғалар

Ташҡын менән тарих бәйән итә,

Яңы хәтирәләр йырғылай.

 

Башҡайымды баҫып, ярҙа торам…

Сал ярҙарҙы һағыш солғаған,

Юҡ  Һәҙиә[3], Ғөбәй[4], юҡ Ниғмәти[5],

Фатима[6] ла инде һуңлаған…

Күҙ йәштәре кипмәй Ер-әсәнең,

Йылғаларҙың ағыш  – һағышлы.

Ҡот ташырмы улар бөгөн,

Әллә

Йыуыр микән заман ҡарғышын?..

Ярҙарыңа килеп, 

Кәрәлеккәй,

Атымды ла ҡабат һуғармам…

Яңғыратып буйың,         

                    Кәмәлеккәй,

Бәғер һыҙыр йырым һуҙалмам…

 

***

О мөһабәт йылға ағыштары! –

Һәр береһе - тере уҡ, оран:

Ҡармасан,

           Сәрмәсән, 

                              Сөн,

                                       Ыҡ,

                                                 Яйыҡ,

Йөрүҙән,

           Әй,

                    Һаҡмар,

                              Туҡ

                                       Соран!..

Юлдарымды ҡара ҡойон ҡыйһа,

Йә осонһа ҡауҙыр боҙлауыҡ,

Етем итмәй, арттан эйәргәндәй

Таналыҡҡай менән Быҙаулыҡ…

 

Уралы өсөн башҡорт башын һалған.

Һыу буйына ҡорған ҡурғанын,

Өнһөҙ шаһит булған Иҙел, Нөгөш –

Бабсаҡ, Тәтегәстәр йылғаһы.

 

Эскән һыуын ҙурлап, бөйөктәр ҙә

Кескәй шишмә ярын буйлаған:

“Ҡолғәли инеше…”

           “Салауат йылғаһы…”

                              “Зәки эскән…”

                                       “Бабич һыулаған…”

          

***

Күпме яуҙар ҡупҡан ярығыҙҙа –

Ҡанға батып аҡҡан сағығыҙ,

Йыуа-йыуа заман юшҡындарын,

Беҙгә  еткән оло шанығыҙ.

Тере тарих беҙгә аманатҡа –

Танып, Эҫем, Мейәс, Сайылмыш…

Олатайҙарҙың һынсыл ҡараштары

Йөҙөгөҙҙә һаман сағылмыш…

                   

***

Йылғаларым аҡмай йырлап ҡына…

Аға улар күпсеп, зар ташып.

Башҡорт килеп йыуһа бите- ҡулын,

Хәсрәт мөлдөрәгән яр ашып.

Күпме әҙәм тапҡан ташҡындарҙа

Һуңғы тынлыҡ - һуңғы төйәген.

Нимә ҡылһын ҡаршы алҡын йылға?!-

Күп йәшергән бәндә һөйәген…

 

***

Узаланың,  Асы, Ҡорғаҙаҡтың,

Уҫылының шифа тоҙо бар,

Өҫкәлектең, Көгөш, Һикәҙенең,

Егәҙенең гәлсәр наҙы бар.

Өмөтөмдө ялғар Өршәгем бар,

Иҙелгәнде ипләр Иҙелем…

Йор ағышы аша йылғаларҙың

Ер яҙмышы тора һиҙелеп…

 

***

Эй мөғжизә йылға ағыштары! –

Емергәндәр күпме ҡоршау-ҡор?!

Һемергәндәр күпме ил  аһ-зарын,

Һеңдергәндәр буйына күпме йыр?!.

Ер тәнендә тирткән ҡан тамыры-

Йырлы, нурлы, уйлы йылғалар,

Йәнгә йәнә йәшәү йәме бөркөп,

Ҡот үҙәне булып юрғалар…                               

 

Апрель-май, 2002.

Өфө-Һамар- Һарытау- Өфө.

 

[1] Ибн-Фаҙлан – 921-922 йылдарҙа Бағдад хәлифәтенән Волга буйына мосолман динен таратыу сәйәхәтендә башҡорт иле аша үткән ғәрәп илсеһе.

[2] Ғөсөл (ҡойоноу), ғөсөлләнеү – “Ҡөрьән” Кәрим ҡушыуы буйынса пакланыу, йыуыныу.

[3] Һәҙиә – мәшһүр башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина.

 

[4] Ғөбәй – күренекле дәүләт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшин.

[5] Ниғмәти – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти.

[6] Фатима – күренекле дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре Фатима Мостафина.