Йылан арбау

Нигеҙемә ингәсһең,
Аҡ мөгөҙөң һал, йылан!
Мөгөҙөңдө һалмаһаң,
Нигеҙемдән сыҡ, йылан!

Йылыға йылан эйәләй, ти,
Йылы эҙләп индеңме?
Изгелеккә — изгелек,
Шул шартыма күндеңме?

Инеп йылы нигеҙгә,
Ҡот ҡундырһаң өйөмә,
Нур өҫтәһәң күҙемә,
Наҙ татытһаң һүҙемдән,
Бал тамыҙһаң телемдән
Нигеҙемдә ҡал, йылан.

Аҡ мөгөҙөң һал, йылан.
Нигеҙемдә ҡал, йылан!..