Юшан

Ауылымдан әсәй күстәнәсе
Килеп төштө — почта төргәге.
Ҡайҙан белгән әсәй — улы нимә
Күрергә зар булып йөрөгәнен?..

Устарымда ята шәлкем юшан —
Алыҫтағы далам бүләге.
Әрем еҫе менән тулды бүлмәм! —
Шатлығымды ала күрмәгеҙ.

Далам ҡото — юшан,
әсе әрем,
Етен кеүек йомшаҡ күк юрған,
Эй талпына елгә!
Әйтерһең дә,
Ял туҙғытып елә күк юрға.

Йәйге иртәләрҙә сыҡһам ҡырға
Ысыҡ кисеп шайтан ашыҡтан,
Саф ысыҡҡа һеңгән юшан һутын
Эсәм кеүек тәмләп, ашыҡмай.

Шул әсе һут, танауҙарҙы ярып,
Һыуһындарҙы баҫа, сарсаһаң.
Табандарҙы төпһә-сағыр йыртһа,
Юшан-дауа ала арсалап.

Көмөш кеүек юшан бәйләмдәрен
Әсәй элер ине урҙаға,
Һепертке итеп кенә тотонһа ла,
Халыҡ уны белеп ҙурлаған.

— Көмөш юшан!
Күк даламдың ҡото,
Һиндә ҡайҙан бындай әсе тәм?..
Тыуған еркәйемдең еҫен бөркөп,
Күҙҙәремде әрем әсетә.

Устарымдан алып, күк юшанды
Өҫтәлемә һалам һаҡ ҡына.
Шәлкем юшан,
яҙылып, тере йәндәй,
Ҡыбырҙап уҡ ҡуйҙы саҡ ҡына.

« — Миндәге тәм,— тине, гүйә, юшан, —
Тарих төпкөлөнән, йыраҡтан;
Ата-бабаларың ҡаны һеңгән,
Тире тамған изге тупраҡтан.
Күп күрҙем мин ерҙә кешеләрҙең
Әсе яҙмыштарын, аһ-зарын.
Һағышлыны бер аҙ арбай алдым,
Тулҡындырып йомшаҡ аҡ ялым.

Минең өҫтә күпме ғүмерҙәрҙең
Һуңғы һулыштары өҙөлдө!..
Күпме нығытмалар төҙөлдө лә
Һөйәктәрҙән уба теҙелде...
Заманалар шундай ине:
Кеше,
Йыш ҡапланып миңә, иланы.
Күҙ йәштәрен эстем һыпырып алып.
Шунан ары уҙып буламы?..

Моңлоларҙың көйөн өҙҙөләр ҙә
Зарлыларҙың өнөн тыҡтылар.
Сәсәндәрҙең телен йолҡтолар ҙа
Даусылдарҙы һалып һуҡтылар.
Халыҡ зарын һыҙған ҡурайсының
Һындырҙылар ҡырлы ҡурайын.
Ауғанда ла улар
Аманатҡа
Ҡалдырҙылар көрәш оранын.

Бығау һөйрәп, күпме аҫыл ирҙәр,
Сыңрау торналарҙай теҙелеп,
Себер китте,
Китте Рогервикка...
Иле ҡалды илап, иҙелеп.
Дала ябып килгән нисә яуҙы
Ҡаҡты халыҡ, һаҡлап Уралын...
Мине күпме тапап үтһәләр ҙә,
Ҡалҡтым тағы көнгә, турайып.

Шул ғүмерҙәр өсөн күпме әрнеп,
Һыҡтауҙарҙы күпме ишетеп,
Мин яҡтыға, моңға һыуһап тыуам,
Әсе яҙмыштарҙы иш итеп...»

Устарыма алдым тотам юшан —
Алыҫтағы далам бүләген.
Әсе әрем тәме тамағымда,
Хистәремде бүлә күрмәгеҙ…
Тыуған яҡтың далаһына ҡайтып,
Ауһа әгәр ғәзиз балаһы,
Юшанына башын һалып ятһа,
Баҫһа тынмаҫ йөрәк яраһын —

Яҡташтарым, зинһар, тын ҡалығыҙ
Егет китһә бер аҙ йомшарып...
Ул һағынған һеҙҙе
Һәм даланың
Ил ғазабы һеңгән юшанын.