Әйтегеҙсе, ҡайындар!..

Аҡ ҡайындар ап-аҡ селтәр ҡорған
Мин атлаған урман юлына.
Селтәрҙәре аша күреп булмай
Ни әҙерләй яҙмыш улына?

Аҡ ҡайындар!
Зинһар, әйтегеҙсе,
Нимә көтә алда, йыраҡта?
Йәлләмәгеҙ мине, йыуатмағыҙ,
Ғашиҡ булмай һеҙгә илаҡтар.

Һеҙ бит мине һәр саҡ яраттығыҙ,
Яҡланығыҙ бәлә-ҡазанан,
Бер-беребеҙгә йәндәй тоғролоҡто
Өҫтөн күрҙек ығы-зығынан...
Әле килеп, өнһөҙ һөйәлгәйнем,
Өмөт бағлап һеҙҙең ярҙамға,
Ишетмәмме йылы хәбәр, тиеп,
Алып булмаҫ, ахры, арзанға...

Йылы хәбәр көтәм Яҙһылыуҙан,
Һеҙ шул хаҡта, имеш, белмәмеш,
Ап-аҡ селтәр ҡороп юлдарыма,
Тораһығыҙ шунда күрмәмеш.

Һындарығыҙ гел дә һушым ала,
Күскән һеҙгә ерем сафлығы,
Һағыш-моңдарығыҙ сайҡала ла
Ҡаратауҙан ҡайта ҡаҡлығып.

Борсолһағыҙ юлда минең өсөн,
Эйәрегеҙ, яндан өлтөрәп,
Мин сығырмын һеҙҙең сымылдыҡтан
Яҙһылыуҙы бер аҙ көттөрөп...

Ҡайындарым ап-аҡ селтәр ҡорҙо,
Атлайымсы урман юлынан,
Риза булып,
Алда ни көтһә лә,
Ни алһам да яҙмыш ҡулынан.