Йәшлек ҡалам, Нефтекама

Уңған ҡалам, Нефтекама,

Хеҙмәтең иртәләре

Аяҙ, яҡты... Тыуған илем

Ҡояштай иркәләне!..

 

Нефтекама, Нефтекама,

Эй, йәшлегем ҡалаһы,

Бәхетемә шөкөр ҡылып,

Ғүмерлеккә ҡалаһы!

 

Йәшлек ҡалам, һин татыттың

Дауылдарын хистәрҙең.

Ҡайнарлығын мөхәббәттең,

Һағыштарын кистәрҙең...

 

Нефтекама, Нефтекама,

Эй, йәшлегем ҡалаһы! —

Саф һөйөүҙе иман итеп,

Һиндә мәңге янаһы...

 

Гүзәл ҡалам, тупрағыңа

Уйылһын тирем тамып.

Көндән-көнгә артһын әйҙә

Башҡортостаным даны!

 

Нефтекама, Нефтекама,

Эх, йәшлегем ҡалаһы!

Йәшәүемә, йәшнәүемә

Һинән илһам алаһы,

Һинән ут, моң алаһы!..

 

Заман ауыр тип бөгөлмә,

Йәшә һөйөп һәм көлөп!

Йәшлек ҡалам, Нефтекама, —

Дуҫлыҡ моңо, йән гөлө!

 

Нефтекама, Нефтекама,

Изге ул дуҫлыҡ юлы,

Һулытмайыҡ дуҫлыҡ гөлөн,

Һыуытма дуҫлыҡ ҡулын!

Һыуытма дуҫлыҡ ҡулын!