Йәшлек дуҫыңа

Бөгөн һинең йәшлек дуҫың килде.
Йәшермәйем – киттең талпынып.
Күҙҙәреңдән осҡон сәсрәп осто,
Берсә өттө һағыш ялҡыны…

Йәшлек дуҫың килгәс,
Күкрәү кеүек
Эй талпынып киткән минутың!..
Шул минутың өсөн бирер инем
Йөрәгемдең бөтә моң-утын…

Урман сите.
Алтын тәңкә һибә
Ҡарт уҫаҡтар.
Дөрләй усаҡтар.
Ҡыйыуһыҙ бер малай тәүге тапҡыр
Һине алған, ана, ҡосаҡлап.

Сайралырға торған зәңгәр һауа,
Аҡ шоңҡарҙай хыял минуты…
Шул кистәге малай булыр өсөн
Ғүмеремдең бирәм мин утын!