Йәшел урман. Ап-аҡ ҡайындар...

Бурай ҙа ғына бурай ҡарҙар яуа,

Күшекмәйме болан балаһы...

(Халыҡ  йырынан)

 

Йәшел  урман. Ап-аҡ ҡайындар,

Сафлыҡ  күҙе ҡайын һайын бар.

Йәне барға — әҙер дауаһы,

Йомарт урман бәйләр яраһын...

Йәшел  урман. Хәтфә болондар.

Болондарҙа утлай боландар.

Боландарҙа бер аҙ хафа бар,

Биҙрәгәндәр ҡаза-афәттән.

Инә болан ҡалған һағышҡа,

Күҙ йәштәре тама ҡурғаштай.

Татыу икән болан өйөрө,

Ҡалдырмайҙар ситтә бер-берен.

Инә болан ялай балаһын,

Балаһының йәне яралы.

Урман  йәшел. Йәшел болон да.

Сафлыҡ күҙе — йәп-йәш боланда.

Болан  күҙен һағыш ҡаплаһа,

Дауаларын ҡайҙан табаһы?

Ҡарҙан ғына түгел,

Күҙ йәштән

Күшекмәһен болан балаһы...