Йәшә-йылға

Ғәйрәт туплап Урал ҡуйынында,
Ҡаратауҙың ярып үңерен,
Йәшә-йылға
урау-урау юлдан
Йүрүҙәнде эҙләп йүгерә...

Әле йылға ташҡан,
Ярҙан ашҡан,
Ҡойоп яуған йәйге ямғырҙан.
Емергән ул күпер, быуаларҙы,
Кәртә ярып сыҡҡан айғырҙай.

Сабыр холоҡло,
Көмөш һыулы йылға
Әле аға ярһып, болғанып...
Халҡым да бит
ташҡын булып ҡалҡҡан,
Заман дауылында ҡуҙғалып.

Ҡайҙа барып атын һуғармаһын,
Ҡайҙа ятып һыуҙар эсмәһен,
Ололаған башҡорт үҙе һыуын,
Йәншишмәләй күргән шишмәһен.

«Йәшә» һыуын эсеп үҫкәнгәме,
Салауаттың даны гел йәшәй?!
«Йәшә» һыуын эскән кеше, имеш,
Мәңге йәшәү серен беләсәк.

Мин дә эсәм әле «Йәшә» һыуын,
Китмәҫменме ҡабат йәшәреп?..
Юҡ, йәшәреү, бәлки, кәрәкмәҫтер,
Исемем генә оҙаҡ йәшәһен...

Йәшә-йылға аға Ҡаратауҙа,
Ирек тойоп, ярһып, ҡотороп.
Бында йәшәй, илгә ҡот-йәм өҫтәп,
Салауаттың яңы тоҡомо.