Ырымбур

Күпме каруан, үтеп хәтһеҙ юлдар,

Һиңә морон төрткән, Ырымбур.

Каруанһарай асыҡ яҡшылыҡҡа.

Әй яуызлыҡ! Ситкә юлың бор!

 

Күңелдәргә ғилем һеңдергәнһең.

Күҙ сағылтҡан көмбәҙ балҡыуы.

Иркенәйеү менән Рәсәй сиге,

Ирәймәгән рухы халҡымдың.

 

Ҡолонсаҡтай уйҙар уйнаҡлатыр

Далаларың - күңел ҡырым ул!

Доға итеп ҡат-ҡат ҡабатлайым:

Ғүмере тынмай торған йырым бул,

Ырымбур!

 

Ебәк юлы, оло каруан күсе,

Бында шәреҡ-шимал осраша,

Мәғрип менән мәшриҡ ҡауыша ла

Бер-беренең хәлен һораша.

 

Замананың елдәренә ҡаршы

Күкрәк киреп тор һин, Ырымбур.

Халҡым рухын һаҡлар изге ҡот бул,

Йәнебеҙгә сихәт, ырым бул,

Ырымбур!

 

2006.