Йөрәгем

Ҡайҙа икән минең теге ваҡыттағы йөрәгем –
Турат тауы текәһенә йүгереп менеп йөрөгәнем,
Ҡыр(ы)ҡ ата бабаларын арбаған-өйрәткәнем,
Белем-ғилем даръяһында балыҡ кеүек йөҙгәнем, —
Ҡайҙа икән шул саҡтағы йөрәгем, ау, йөрәгем?!

Ҡайҙа икән минең теге ваҡыттағы йөрәгем –
Ҡурыуҙы, Баҙал тауына “ыһ” ти итмәй менгәнем,
Бөрйән урмандары аша йәйәү яңғыҙ йөрөгәнем,
Яҙғы ташҡын Ағиҙелде балам менән үткәнем, —
Ҡайҙа икән шул саҡтағы йөрәгем, ау, йөрәгем?!

Ҡайҙа икән минең теге ваҡыттағы йөрәгем –
Ҡәләмдәш ағайҙар менән яғалашҡан мәлдәрем,
Өйрәнеп тә, өйрәтеп тә, йөкмәп Союз ғәмдәрен,
Бәғзе эйәрҙәш дуҫтарҙың ишетеп әр-һөрәнен, —
Ҡайҙа икән шул саҡтағы йөрәгем, ау, йөрәгем?!

Ҡайҙа икән минең теге ваҡыттағы йөрәгем –
Янғантауға елеп менгән бер таяҡһыҙ-терәүһеҙ,
Сәғәт кеүек тигеҙ һуҡҡан, хилафлыҡтан көйрәүһеҙ,
Ут ҡараштарға баш эймәй, хис-тойғоға өнәүһеҙ, —
Ҡайҙа икән шул саҡтағы йөрәгем, ау, йөрәгем?!

Юҡ теге саҡтағы йөрәк. Ул туҙған да тетелгән,
Ҡаны китаптарға һеңгән, ҡағыҙ кеүек өтөлгән.
Нахаҡ һүҙҙәр-уҡтар менән яраланып бөтөлгән,
Замандың ут-ялҡынында сатнаған да кителгән...
Сыҙарһың тағы күпмегә, йөрәгем, ау, йөрәгем?!
11.09.99.