Йондоҙҙай атылып

Шәһит Хоҙайбирҙиндың

яҡты иҫтәлегенә

 

Тынғыһыҙ сәфәргә саҡырып,

Күктәрҙә йондоҙҙар ҡабына.

Тормошта йондоҙҙай янырға

Кеше лә тыумыштан талпына.

 

Сағыумы, һүрәнме нур һибеп,

Йондоҙҙар атылып һүнәләр.

Ҡыҫҡамы, оҙонмо юл гиҙеп,

Ғүмерҙәр донъянан үтәләр.

 

Ҡаушамай ғәрәсәт алдында

Бәғзе бер ғүмерҙәр юл  яра,

Бүтәндәр бәхете хаҡына

Тәүәккәл  инәләр уттарға.

 

Уттарға баҙынып ингәндәр,

Йондоҙҙай атылып һүнгәндәр,

Мин һеҙҙең яҡтыға табынам.

Ғүмерегеҙ

сыраҡтай дөрләүҙән

Йөрәгем ҡабына!

Йондоҙҙай тоҡанам яңынан...