Йомағужа

Ағиҙелдә диңгеҙ яһанылар,

Ағиҙелде даръя иттеләр.

Йәнде күҙ йәш менән өтмәнеләр,

Ҡыҙған керпек менән өттөләр.

 

Йән иланы.

Күҙ йәш урынына

Үҙәндәрҙә диңгеҙ йыйылды.

Тимер ҡороҡ, таш боғалаҡ һыҡҡас,

Аҫау айғыр

быуылып йығылды...

 

Донъя бәйһеҙ,

шулай барған, бара,

Йылы көтһәң, боҙло ҡар яуа.

Ожмах еләклектәр урынына

Хасил була алҡын даръялар.

 

Ергә лә йән ингән —

Урал батыр

Йәншишмәнең һыуын бөрккәс тә.

Ағиҙелкәй!

Әкиәттәге ағышыңды ғына

Туҡтата алмаҫ кеүек бер көс тә.

 

Тарихтарға индең,

Йомағужа!

Тулҡынлана ажар хәҡиҡәт.

Ожмахтарға донъя әйләнер ҙә

Алдарыма килер әкиәт...