Ярҙағы уйҙар

Ярҙа торам.
Аҫта йылға шаулай.
Йылға минән бер ни һорамай.
Бар теләге — ағыу, ярға ҡағыу,
Быуа-кәртәләргә ҡарамай.

Был йылғаға минең ни кәрәгем,
Ни ҡатнашым ташҡын ағымға?
Ул минһеҙ ҙә сая тулҡындарын
Илтер киң һулышлы даръяға.

Бәлки уға минең барлығым да
Тойолалыр әле шул сама?—
Мин бит— ярҙа,
Шәүләм генә — һыуҙа,
Ә шәүләнән ағым туҡтамай...

Йылға аға, тулҡын ярға ҡаға...
Был— еремдең йөрәк ҡағышы.
Йылға микән,
ай-һай, түгелме был
Аҡҡан ғүмерҙәрҙең һағышы?

Тулҡындарҙың ғәййәр, йор ағышы
Сәм уята:
«Йәшә ашығып!
Беҙ — мәңгелек!
Хәлдәреңдән килһә,
Беҙҙең менән ҡара ярышып...»

Яр емереп,
яңы үҙән ярып,
Ярһып-ташып аҡҡан йылғалай,
Һыуҙар түгел —
Бары В а ҡ ы т аға,
Үҙәнендә бер ни аямай...