Яңы ыҙанға

Эй, ят быуат,
Яңы тыуыр быуат!
Һине күрер көндәр бар микән?! –
Әллә барып етер хәлебеҙ юҡ,
Әллә илтер юлдар тар микән?

Шик-шөбһәләр ояламаҫ ине,
Баҫтырмаҫ та ине артымдан,
Әхлаҡһыҙлыҡ күҫәк күтәрә лә,
Өмөтһөҙлөк ала алҡымдан.

Атламайым тиһәм ят ыҙанға,
Уй йөрөтһәм тороп ҡалырға,
Күҙ аҡайтып баға яңы быуын,
Хас дошмандар үсәй, ҡаныға.

“Йәрхәмбикалла” тип тормаһам да,
Һыймаһам да рәсми ҡыҫанға,
Ҡарт алаша боҙмай бураҙнаны, —
Ауғанғанса ҡалам ыҙанда.
2000.